Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Июль 2019, 22:06

Егеттәр менән йәнәш уҙышты

Һай, үҙебеҙҙең башҡорт ҡыҙҙары! Сибәр ҙә, тәүәккәл дә!

Һай, үҙебеҙҙең башҡорт ҡыҙҙары! Сибәр ҙә, тәүәккәл дә! Ҡымыҙ этнофестиваленең "Ҡымыҙ миле"ндә берҙән-бер һылыуҙың егеттәр менән йәнәш кемуҙарҙан йүгереп уҙышыуына бөтә халыҡ һоҡланып ҡараны.
Спорт кейемендә лә түгел бит әле үҙе. Тимәк, алдан әҙерләнеп килмәгән. Күрәһең, ярыш иғлан ителгәс, түҙеп тора алмаған.
Тамашасыларҙың күҙе ҡыҙҙы ғына. Кемдер “ярты юлда туҡтап ҡалыр” тип уйланы. Шулай ҙа билдәләнгән алыҫлыҡты ҡыҙыҡай һис һынатмай үтте.
Ҡыйыу ҡыҙ Азалия Ғәлләмова булып сыҡты. Ул Өфө ҡалаһы хакимиәтенең мәҙәниәт идаралығында матбуғат секретары булып эшләй.
– Бәләкәйҙән спорт яраттым, йүгереү кәйефкә, һаулыҡҡа ыңғай йоғонто яһай. Бер йәшник ҡымыҙҙы эләктерә алмаһам да, ҡәнәғәтмен, – тине ул, матур йылмайып.

Азалияға фитнес-клубҡа сертификат тапшырылды.

Автор фотоһы.
Читайте нас: