Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Июль 2019, 23:33

Владимир Путин: ”Хәрби-дингеҙ флоты агрессорҙың һәр аҙымына лайыҡлы яуап бирергә әҙер”

Владимир Путин Санкт-Петербургта үткән Рәсәй Хәрби-диңгеҙ флоты көнөнә арналған парадта ҡатнашты.

Михаил Метцель фотоһы.
Владимир Путин Санкт-Петербургта үткән Рәсәй Хәрби-диңгеҙ флоты көнөнә арналған парадта ҡатнашты. Был тантаналы байрам йыл һайын июль айының һуңғы йәкшәмбеһендә үткәрелә, быйыл Рәсәй флоты барлыҡҡа килеүенең 323 йыллығы билдәләнде.
Рәсәй Хәрби-дингеҙ флоты һәр агрессорҙың ҡаршы аҙымына лайыҡлы яуап бирергә әҙер. Был хаҡта ил етәксеһе белдерҙе һәм Рәсәй оҙайлы тарихи перспективаға иҫәпләнгән үҙенсәлекле флот төҙөйәсәгенә ышандырҙы. 2019 йылда флот 15 карап һәм хәрби катер аласаҡ, тине Президент.