Полиция капитаны Венир Ибәтуллин ғаиләһе менән Мишкә районының Юбайкүл ауылындағы танышына ҡунаҡҡа бара. Киске сәғәт 10-сы яртылар тирәһендә ирҙең муйынын бер нисә бал ҡорто саға, ул шунда уҡ үҙен насар тоя, һауа етмәй башлай.
«Ашығыс ярҙам» хеҙмәткәрҙәре уны дауаханаға алып китә, ләкин ҡотҡарып ҡала алмай. Ир, ҡатынын, өс балаһын етем ҡалдырып, анафилактик шоктан мәрхүм була.
Аллерголог-иммунолог Лариса Дәүләтова билдәләүенсә, бал ҡортона һәм уның продукттарына аллергияһы булған кешеләр ошондай ҙур хәүеф аҫтында.