Төбәктең Эске эштәр министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, кисә Әбйәлил районында туристар төркөмө юғалған. Билдәле булыуынса, улар Силәбе ҡалаһынан, төркөмдә балалар ҙа булған.
Полицияға шылтыратып, 14 кешелек төркөм (шул иҫәптән дүрт бала) Ҡырҡтытау тирәһендә бәйләнешкә инеүҙән туҡтаны, тип хәбәр иткәндәр. Әйткәндәй, улар Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығында теркәлеү ҙә үтмәгән.
Шул асыҡланған: ҡараңғы төшкәс, йыйылыу урынына ни бары дүрт кеше генә әйләнеп килгән, ә 14 кеше аҙашып ҡалған. Юғалғандар кире бейек тау башына менеп кенә проблема хаҡында хәбәр итә алған (телефон бәйләнеше тауҙарҙа тотмай).
Ваҡиға урынына полиция хеҙмәткәрҙәре, ҡотҡарыусылар барған. Әлеге мәлдә туристарҙың барыһы ла табылған, сәләмәтлектәренә бер ни янамай.