Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
30 Июль 2019, 16:38

Һалдаттың үлемендә кем ғәйепле?..

Ир-егеттәребеҙ яҡты донъя менән бигерәк иртә хушлаша. Һуңғы хәбәр айырыуса шаңҡытты.

Ир-егеттәребеҙ яҡты донъя менән бигерәк иртә хушлаша. Һуңғы хәбәр айырыуса шаңҡытты.

Свердловск өлкәһендә Башҡортостандан армияла хәрби хеҙмәттә булған Илдар Сиражев вафат булған. Алдан күҙаллауҙарынса, уны электр тогы һуҡҡан. Әле тикшереү бара. Уның биологик материалдары Һамарға ебәрелгән: экспертиза һөҙөмтәләре бер айҙан һуң ғына асыҡланасаҡ.


Кисә егетте тыуған яғында – Өфө районында ерләгәндәр. Уның мәйетен офицерҙар оҙатып барған. Һуңғы тапҡыр улын вокзалда оҙатҡан әсәнең күңелен уйлайым да йөрәгем һыҙлай. Ғәзиз сабыйын бәпкәләп үҫтереп, кеше итеп, ил алдындағы бурысын үтәһен тип, әрмегә оҙатып, уны... табутта ҡаршылаған.


Егеттең үлеме тураһындағы белешмәлә “электр тогы һуҡҡан” тип яҙылған. Алдан алынған мәғлүмәттә билдәләнеүенсә, Илдар Урал базаһында радиостанциялағы машинаға ҡағылғас, ток һуҡҡан. Үкенескә ҡаршы, табиптар һалдатты ҡотҡарып өлгөрмәй.


Илдар үлгән көндә уның апаһы Екатеринбургта дауаланған икән. Фажиғә хаҡында ишеткәс, ул тиҙ генә хәрби часҡа барған. Уға башта “егет токка һуғылған” тиһәләр, аҙаҡ версия үҙгәргән: политрук “һалдаттың йөрәге сирле булған” тигән.


Туғандарына Илдарҙың сәғәтен, миҙалын, рәхмәт хатын биргәндәр. Свердловск өлкәһенән егетте ерләшергә хеҙмәттәше лә барған. Бөрйән егете Илдарҙы вафаты алдынан бер нисә сәғәт элек кенә күргән. “Машина хаҡында барыһын да белә, туғандарын, өйөн һағына ине”, – тигән.


Өҫтәүенә Илдар хәрби хеҙмәткә тиклем автотранспорт колледжын тамамлаған. Сентябрҙә Илдар Сиражевҡа 21 йәш тулыр ине.

Читайте нас: