Бөтә июль тиерлек Японияла һалҡын көндәр торҙо. Ямғыр яуыуҙан туҡтаманы. Айҙың аҙағында термометр бағанаһы, киреһенсә, 32-35 градус эҫелектән төшмәне.
Бер аҙна эсендә 11 кеше аномаль эҫелектән һәләк булған, 5,6 меңе дауанаға оҙатылған. Былтыр Япониялағы эҫелек 150 кешенең ғүмерен ҡыйҙы, тиҫтәләгән мең халыҡ дауаханаға эләкте.