Ете балалары – ете шатлығы, ғәзиздәре киләсәккә ышаныс уята.
Берештамаҡ Белорет районында ғына түгел, унан ситтә лә һәр йәһәттән дә өлгөлө ауылдарҙан һанала. Йорттарҙың төҙөклөгө, кешеләрҙең баҡса үҫтереүе, мал аҫрауы, умартасылыҡ менән шөғөлләнеүе – шуға асыҡ миҫал. Күп балалы ғаиләләрҙең бүтәндәргә үрнәк булыуы шулай уҡ иғтибарға лайыҡ. Мәҫәлән, ауыл ус аяһындай күренгән урында ғүмер иткән Айһылыу менән Рәмил Нуруллиндар бынамын тигән донъя көтә.
Асы ауылы хакимиәтенең эштәр идарасыһы Әлфиә Сәлимйәнова менән үргә табан – йәш ғаилә йәшәгән йортҡа юлландыҡ. Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, Нуруллиндар итәк тулы балалар үҫтереүҙән тыш, йәмәғәт сараларында ла әүҙем ҡатнаша, бер өмәне лә ҡалдырмай.
Ыҡсым ғына йорт, ихата матур итеп кәртәләп алынған, эргә-тирәһе лә бөхтә итеп йыйыштырылған. Эйе, был эштәр – һәр ғаиләнең төп бурысы, эсендә йәне булғандар тик ятмаҫ та инде. Тағы бына нимә күҙгә салынды: көньяҡтан да, төньяҡтан ҡарағанда ла тәҙрә төптәрендә тигеҙ генә итеп рассадалар һәм гөлдәр теҙелгән, уларҙың барыһы ла өйгә шул хәтлем нур һибә, йәм бирә. “Әсәлек даны” миҙалы менән бүләкләнгән Айһылыу Ихсан ҡыҙынан матурлыҡтың серен һорамай түҙмәнек.
– Бер ниндәй ҙә сер юҡ инде, иртә яҙҙан помидор, борос, ҡыяр сәстем, – тип йылмая хужабикә. – Орлоҡто ҡара тупраҡҡа төртөүең бурыс, яҡшы ғына шытым бирә йыл да. Көньяҡтағы тәҙрәләргә урынлаштырҙым, ә бына төньяҡта – күләгә яратҡан гөлдәр. Өй эсенә саф һауа бирә үҫемлектәр, тын алыуҙары рәхәт. Ҡыҙыҡ ул балалар күп булғас, бер яҡтан бүлмәләрҙе йыйыштыраһың, теге остан туҙҙыра ла башлайҙар. Балалар бит уйнай, шаяра, шулай булырға тейеш тә.
Әлбиттә, уңғанлыҡ йәһәтенән әңгәмәсем бөтәһен дә һөйләмәне. Белеүебеҙсә, Айһылыу бер нисә йыл “Алексеевка” совхозында тир түккән, тап шунда баҡса үҫтереү серҙәренә ныҡлап төшөнгән. Улай ғына ла түгел, һөйгәнен дә Өфө янында осратҡан. Аҙаҡтан инде йәш йөрәктәр сәстәрен сәскә бәйләгән.
Рәмил Ринат улы белдереүенсә, ул тыумышы менән Удмурт Республикаһының Сарапул ҡалаһынан. Башҡортостан тәбиғәтен тәү күреүҙән үк оҡшатҡан, айырыуса Белорет районында йәшәү өсөн уңайлыҡтарға ҡыуанған. Йорт хужаһының әлегә тәғәйен генә эш урыны юҡ, ваҡытлыса эштәргә йөрөп аҡса таба.
Нуруллиндарҙы дәүләт ярҙамынан өҙмәй. Әсәлек капиталына Берештамаҡтан йорт алғандар, әлбиттә, ете балалы ғаиләгә ул ҡыҫынҡы. Киләсәктә йорттарын киңәйтеү тураһында ла пландары юҡ түгел. Береш ауылынан 15 сутый ер бирелгән, тиҙҙән төҙөлөш башларға уйлайҙар. Белорет районы хакимиәтенең халыҡты социаль яҡлау бүлеге һыйыр малы алыуҙы тиҙләткән, мәктәптә уҡыған балалары бушлай туҡлана, балалар баҡсаһына түләгәндә 70 процент ташламанан файҙаланалар, коммуналь түләүҙәрҙә лә субсидия алалар, балалар пособиеһы түләнә. Шулай уҡ янғын иҫкәрткесте, халыҡ телендәге “тарелка”ны (20 канал күрһәтә) бушлай ҡуйғандар. Тик бына ни өсөндөр диләнкә ала алмай яфаланалар, документ дөрөҫ тултырылмағанмы йәки бүтән сәбәпме...
Өлкән ҡыҙҙары Эльфрида М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының биология факультетында белем эстәй, II курс студенты. Әсәһе әйтеүенсә, ул төп ярҙамсыларының береһе. Динар апаһы шикелле шулай уҡ Өфөлә, Республика инженер лицей-интернатында IX класты тамамлаған, ә Денис III класҡа күскән.
– Карина менән Әмир балалар баҡсаһына йөрөй, араларында йәш айырмаһы бер йыл ғына, апаһына эйәреп, улыбыҙ уҡырға, яҙырға, һанарға өйрәнде, быйыл икеһен дә I класҡа бирәбеҙ, – тип һөйләй декрет ялындағы Айһылыу Инсаф ҡыҙы. – Өс йәшлек Амаль һәм йәш ярымлыҡ Сафия исемле сәскәләй ҡыҙҙарыбыҙ бар. Ете балам – ете шатлығым, ғәзиздәрем киләсәккә ышаныс уята, ныҡлыҡ бирә.
“Көндәр эҫе булғас, үрсетмәләрҙе парникта тотабыҙ”, – тип, беҙ ҡайтырға сыҡҡанда, хужабикә баҡса мәшәҡәттәренә күмелде, ә Рәмил баҡсанан ҡул болғап ҡалды.