Бөгөн республиканың ЮХХДИ начальнигы Динар Ғилметдинов журналистар менән осрашыу үткәрҙе, юл хәрәкәте хәүефһеҙлегенә бәйле мәғлүмәттәр менән таныштырҙы.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ағымдағы йылдың беренсе яртыһында Башҡортостан юл фажиғәләрендә һәләк булыусыларҙың һаны буйынса Волга буйы федераль округында – беренсе, ә Рәсәй буйынса алтынсы урында тора. Республикала ошо ваҡыт арыуғында 1707 авария теркәлгән, уларҙа 178 кеше һәләк булған, 2175 кеше йәрәхәтләнгән. Шул уҡ ваҡытта Өфө, юл фажиғәһендә һәләк булғандар күрһәткесе буйынса, миллионлы ҡалалар исемлегендә иң хәүефһеҙ мегаполистар иҫәбендә – йыл башынан 12 кеше.
Авариялар структураһына бәрелештәр өҫтөнлөк итә – 48 процент. Юл фажиғәләренең 29 проценты – йәйәүлеләрҙе тапау. Иҫерек водителдәр ғәйебе менән быйыл 28 кеше үлгән, 157 кеше йәрәхәтләнгән. Июль айы бигерәк тә иҫерек водителдәрҙең күплеге менән айырылып тора: һәр өсөнсө авария эскән килеш яһалған.
Юлдың насар сифаты ла фажиғәләргә килтерә: 30 процент (802 осраҡ). Ошо сәбәптән 86 кеше һәләк булған.