Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
30 Июль 2019, 17:17

Әсәһе табылды ла бит…

Туғыҙ айлыҡ ҡына сабыйҙың табылыуы тураһында хәбәр иткәйнек инде...

Фото: mail.ru
Сәстәр үрә торорлоҡ хәлдәр бар… Нефтекаманың Энергетиктар ҡасабаһында 9 айлыҡ ҡына сабыйҙың табылыуы тураһында хәбәр иткәйнек инде.
Малайҙы күреү менән күршеләр шунда уҡ полицияға шылтырата. Инцидент 27-һенән 28 июлгә ҡарай төндә була. Әле бала дауаханала, унда уны бар яҡлап та тикшерәләр. Табиптар билдәләүенсә, хәле уртаса. Сабый үҙе алсаҡ, сит кешеләрҙән ятһынмай. Асыҡланыуынса, әсәһе эскелек һаҙлығына батҡан, был төндә лә ҡаты иҫереп, хатта үҙ балаһын танымаҫлыҡ хәлдә булған. Ә баланың атаһы телефондарға яуап бирмәй. Опека органдары хәлде тикшерә, «әсә» тип әйтергә тел дә әйләнмәгән был ҡатынды әсәлек хоҡуҡтарынан азат итеүҙәре ихтимал. Әйткәндәй, балаһының яҙмышы менән ҡыҙыҡһынып ул бер тапҡыр ҙа дауаханаға килмәгән…