Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
1 Август 2019, 23:48

Эш бер минутҡа ла туҡтамай

Ауыл хужалығы предприятиеларында мал аҙығы әҙерләү дауам итә.

Фото: "Бәйләнештә"
Ауыл хужалығы предприятиеларында мал аҙығы әҙерләү дауам итә.
Ҡыйғы районында Э.К. Камаловтың крәҫтиән (фермер) хужалығында бесән әҙерләү уңышлы бара. Бында 27 шартлы баш мал аҫрала. Фермер 110 гектар ерҙән күп йыллыҡ үләндәрҙе сабып алырға ниәтләй. Әле майҙандарҙың 73 проценты сабылған. 80 тонна бесән әҙерләнгән.