Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
1 Август 2019, 21:00

Галкиндың йорто емерелә башлаған

Прокуратура Алла Пугачева менән Максим Галкиндың Мәскәү янындағы Грязь ауылында төҙөлгән йорттарының законлылығына тикшереү үткәрә.

Прокуратура Алла Пугачева менән Максим Галкиндың Мәскәү янындағы Грязь ауылында төҙөлгән йорттарының законлылығына тикшереү үткәрә.


Юрист Ярослав Михайлов әйтеүенсә, йорттоң бейеклеге тейешле кимәлдән үтеп киткән. Бында, әлбиттә, хужаларҙың ғәйебе юҡ, етешһеҙлек буйынса проектты эшләгән эксперттар яуап бирәсәк.


Йорттоң майҙаны –2300 квадрат метр, ул бер гектар ерҙе алып тора. Бөтәһе алты ҡат, гараж ер аҫтында, бассейн, ғаилә театры бар.

Был особнякты ремонтлау бик ҡыйбатҡа төшә. Галкин әле дөрөҫ монтажланмағанлыҡтан емерелә башлаған фасадты төҙөкләндереүгә эшселәр яллаған.


Фото: pitaiemalysha.ru
Читайте нас: