Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
1 Август 2019, 17:30

Кеше үлгән. Бара һал!

Ишембай ҡалаһы полиция дежур бүлегенең оперативнигы “Вазифаһынан файҙаланып, законһыҙ ришүәт алыу” тигән статья буйынса ғәйепле тип табылды. Ул үлгән кешеләр тураһында мәғлүмәтте ритуал хеҙмәтенә һата.

Суд элекке полицейскийҙы дүрт йылға шартлы рәүештә иркенән мәхрүм итә һәм 322 мең һум штраф һала.

– 2015 йылдан 2017 йылға тиклем ул үлеүселәр тураһындағы мәғлүмәтте ритуал салоны директорына һата, адрестарын бирә. Һәр хәбәргә 1000 һум ала. Ике йыл эсендә 80 мең эшләй. Ғәйебен өлөшләтә генә таныны, – тинеләр Башҡортостан тәфтиш комитетының матбуғат-хеҙмәтенән.

Фото: mail.ru
Читайте нас: