2019 йылдың тәүге яртыһында республикала мутлашыу осраҡтары дүрттән бер өлөшкә артҡан. Енәйәтселәр даими рәүештә граждандарҙы алдатыу ысулдарын һәм техниканы камиллаштырыу өҫтөндә баш вата. Ниндәй генә иҫкәртеү саралары тураһында һөйләһәң дә криминал статистикаһы үҙгәрмәй.
Бер ҡатлы, тиҙ ышаныусан өлкәндәр мутлашыусыларҙың ҡармағына йәһәт кенә килеп ҡаба. Аферистар кеше күҙенә салыныуҙан ҡурҡып тормай фатир буйлап йөрөй, “газ ҡорамалын тикшерә”, “янғын анализаторҙарын ҡуя”, “мөғжизәле дарыуҙар һата”. Йыл башынан ошондай 450 енәйәт осрағы теркәлгән. Күптәр “авария хеҙмәте“ эшселәре визитынан һуң аҡсаларын юғалтҡан.
Мәҫәлән, Өфө ҡалаһында йәшәүсе Валентина тигән ханым юл-транспорт ваҡиғаһына эләккән улын бәләнән йолоп алып ҡалыу өсөн ҙур ғына аҡса суммаһынан ҡолаҡ ҡаға. Тулҡынланыуҙан улының күптән инде сит илдә йәшәгәнен дә онота пенсионер.
Уяулыҡ һәр кемгә кәрәк, йәшенә лә, ҡартына ла. Үҙегеҙҙе генә түгел, яҡындарығыҙҙы ла алдаҡсылар ҡармағынан һаҡлағыҙ.