Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
1 Август 2019, 20:02

Өс бәлиғ булмаған баланы эҙләйҙәр

Ҡатын бөгөнгө көнгә тиклем балаларының ҡайҙалығын белмәй.

Фото: 1Ufa.ru
Фото: 1Ufa.ru
Ханты – Манси автономиялы округының суд приставтары Башҡортостанда өс бәлиғ булмаған баланы эҙләй. Уларҙың атаһы – Сургутта, әсәләре Ростовта йәшәй. Быйылғы йылдың майында уҡ атай кеше, отпуск ваҡытына ғына тип, балаларҙы әсәһенән алып киткән. Июндә кире килтерергә тейеш булған.
Ҡатын бөгөнгө көнгә тиклем балаларының ҡайҙалығын белмәй, суд аша эҙләй. Аралары һыуынғас, суд ҡарары менән балалар әсәйҙә ҡалдырылған булған икән. Приставтар билдәләүенсә, балалар Башҡортостанда, атаһы яҡлап өләсәләрендә, булыуы ихтимал.
Ғаилә тарҡалһа, иң ҡыйыны балаларға төшә. Йыш ҡына өлкәндәр уйланылмаған аҙымдар яһап, уларҙың күңел торошон бөтөнләй иҫтән сығара…
Читайте нас: