“Улар беҙҙең иҫәпкә йәшәй!” тигән һүҙҙәрҙең аҫтына бурыслыларҙың фатир номерҙары яҙылған. Күптәр бындай кәмһетеүле һүҙҙәрҙе хупламай, тормошта төрлө ҡатмарлы хәлдәр тыуыуы ихтимал тип иҫәпләй. Кемдер плакат элеүселәрҙе судҡа бирергә тәҡдим итә. ”Ул саҡта ришәүәт алыусыларҙы ла, миллиардтар урлаусыларҙы ла баннерға яҙып элергә кәрәк! “- тип әйтеүселәр ҙә бар. Был ысулды торлаҡ- коммуналь хеҙмәте күрһәтеүселәр күптәндән ҡуллана, әммә өфөләр бурыслылар менән бындай көрәш алымын өнәмәй. Ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ?