Ике ярҙы тоташтырған күперҙәрҙе хәүеф тыуҙырмаһын өсөн ваҡытында ҡарап, ремонтлап торорға кәрәк. Юлыҡ ауылына кергән ерҙәге Еҙем йылғаһы аша һалынған күпер ҙә үҙенең тәғәйен ваҡытын үтәп, яңыртыуҙы талап итә ине. Былтыр көҙ ошо эшкә рөхсәт алынып, 29,5 миллион һум аҡса бүленгән. Ремонтлау эшенә Ырымбур ҡалаһының “Уралмост” йәмғиәте тәғәйенләнеп, бөгөн ҡыҙыу эш бара.
Яңы күпер заманса материалдар менән ремонтланып киңәйтелгән. Ҡыш ике яҡ эргәнән терәү бағаналары ҡағылып, бетон тултырылған. Элек алты метр киңлектә булған күпер хәҙер 12 метр 40 сантиметрлыҡҡа әйләндерелгән. Ҡапма-ҡаршы килгән машиналар өсөн дә уңайлы, үткәреү өсөн көтөп тормаясаҡтар, ике яҡлы юл буласаҡ.
Күперҙең бейеклеге һигеҙ метр булһа, оҙонлоғо 136 метрға һуҙылған. Ике яҡ башта ла юлды тирә-яғынан нығытып, шартына килтереп эшләгәндәр. Ремонт ваҡытында халыҡ бер яҡтан икенсе яҡҡа сығып йөрөһөн өсөн, эргәһендә ваҡытлысаһы ла төҙөлгән. Иҫке күпергә түшәлгән япма, бетон ҡатламы алынып таҙартылған, әле гидроизоляциялау эшен тамамлап, яңы ете сантиметр ҡалынлыҡта асфальт түшәү көтөлә. Күпер аҫтында махсус битлектәр кейгән егеттәр иҫке күпер торбаларын махсус ҡулайлама ярҙамында тутыҡ һәм башҡа ҡатламдан таҙарта, һуңынан буяй ҙа баралар. Яңыны иҫке алмаштыра, тигәндәй, торбалар өр-яңы төҫ ала. Бейеклекте тотоу өсөн 11 рәт терәү ҡуйылған. Ташҡын ваҡытында тығындарҙан һаҡлау өсөн торбаларҙан ҡулайлама эшләнгән. Йәйәүлеләргә сығып йөрөү өсөн дә ике яҡлап юл һалынған.
– Был күпер элек алты тонна самаһы ауырлыҡты күтәрһә, хәҙер 10 тоннаға иҫәпләнгән. Беҙ бында сменалап, вахта ысулы менән эшләйбеҙ. Урындағы халыҡтың да ярҙамы булды, Ҡауарҙы ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Райфат Әбелғужинға, шулай уҡ иретеп йәбештереүсе Рәүфил Яҡшыбаевҡа рәхмәт, – ти прораб Олег Пехтерев.
Бындағы эште октябрь аҙағына тамамлау ҡаралған. Бер бригадала ун бер кеше эшләй. Водитель Сергей Волков, иретеп йәбештереүсе Рәшит Дупларов, монтажсы Вадим Рыжих, крансы Вячеслав Стрельников – үҙ эшенең оҫталары.
Райондағы иң оҙон күперҙәрҙең береһе булған ҡоролма һоҡланғыс төҫ алған. Бында баҫып Мағаш тауына, Еҙем йылғаһына ҡарап тороу ҙа күңелгә ял бирә, йәнтөйәккә һоҡланыу хисе тыуҙыра. Ышаныслы, заманса күпер, уңайлылыҡ булдырып, ярҙарҙы ғына тоташтырып ҡалмай, йылғаның икенсе яғында урынлашҡан башҡорт ауылдарының киләсәген дә өмөтлө итә.