Гөлшат апай өйҙән сыҡҡанда, Тимур менән Рөстәм урамда шарт та шорт һуғышып ята ине. Малайҙар, уларҙы түңәрәк уртаһында ҡалдырып, бер-береһенә нығыраҡ һөсләтә...
– Был ни тигән эш? Йәгеҙ әле, туҡтағыҙ! – тип әсә ике һуғыш суҡмарын ике яҡҡа борҡотоп ебәрҙе.
– Әсәй, кит, ҡамасаулама, мин уны хәҙер еңәм!
– Еңмәй тор әле, әйҙә өйгә ин! Мин һине хәҙер мөйөшкә баҫтырып ҡуям, атайыңа әйтәм.
Әсә улын өйгә һөйрәп тиерлек алып кереп китте.
Малай үҙ бүлмәһенә бикләнеп, еңә алмағанына ғәрлегенән мендәренә ҡапланып, бик оҙаҡ иланы. Киске ашты ла ашаманы.
Тимур шулай ике көн өйҙән сыҡманы, әсәһенә үпкәһен онотмай, һөйләшмәҫ булды. Атаһының һөйләшеп ҡарауы ла һөҙөмтә бирмәне.
– Мин йүнһеҙ, ҡурҡаҡ, мин Рөстәмде еңергә тейеш инем. Һин, әсәй, миңә ҡамасауланың. Хәҙер минән малайҙар көләсәк, – тип Тимур үҙенә йомолдо. Хәҙер ни эшләргә инде, тип әсә уйға ҡалды...
Бер көн иртән поликлиникаға барырға кәрәк ине. Әсәһенең бик оҙаҡ өгөтләүенән һуң ғына юлға сыҡты улар. Тышҡы ишекте бикләп торғанда, өҫкө ҡатта ғына йәшәгән Рөстәм әсәһе менән төшөп килә ине. Малай, Тимурҙы күргәс:
– Әйҙә, үпкәләшмәйек, дуҫ булайыҡ! – тип бишен бирҙе.
Тимур ҙа бик ҡәнәғәт булып ҡулын һуҙҙы. Ике дуҫ етәкләшеп алдан йүгерҙе. Шулай хәл көтмәгәндә, еңел генә сиселде лә ҡуйҙы.