Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
2 Август 2019, 16:30

Малайҙы имгәтермен тип уйламанымы икән?

Редакцияға бер ханым шылтыратып, үҙенең күргәне тураһында яҙыуҙы һораны. "Кисә ҡот осҡос хәлгә осраным, – тине ул. – Төштән һуң 269-сы маршрутты саҡ көтөп алдыҡ. Автобус шығырым тулы булыуға ҡарамаҫтан, водитель һәр туҡталышта тыңҡыслап бөтә кешене ултыртып алды.

ВДНХ туҡталышына еткәс, бер пассажир сыҡты. Уның һуң салондың төпкө яғынан алты-ете йәштәрҙәге малай ашығып килде лә, юл хаҡын түләмәйенсә, сығырға ынтылды. Шул мәл водитель ишекте шап итеп ябып, малайҙы саҡ ҡыҫманы. Беҙ, пассажирҙар, был тиклем дә ҡанһыҙ кеше булыр икән тип иҫебеҙ китте. Баланы имгәтеп ҡуйыуы ла бар ине бит".

Эйе, ханымдың борсолоуы урынлы. Ҡайһы ваҡыт водителәрҙең тупаҫ мөғәләмәһе хайран ҡалдыра. Ниндәйҙер 20-25 һум өсөн баланы ғәрип ҡалдырырмын тип уйламанымы икән? Бер-беребеҙгә мәрхәмәтле, игелекле булһаҡсы!

Фото: uralauto-ufa.ru
Читайте нас: