Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
2 Август 2019, 16:01

Тешләткән дә ҡасҡан

Туймазыла Америка стаффордшир терьеры тоҡомло эт малайға ташланған. Бала, ауыр тән йәрәхәттәре алып, дауаханаға эләккән.

Туймазыла Америка стаффордшир терьеры тоҡомло эт малайға ташланған. Бала, ауыр тән йәрәхәттәре алып, дауаханаға эләккән.


Был хәл июль аҙағында пляжда булған. Һыу ингән баланы ҙур эт тешләгән. Һөҙөмтәлә малайҙың бите ныҡ йәрәхәтләнгән. Хайуандың хужабикәһе лә эте эргәһенә йөҙөп килеп өлгөрмәгән.


Баланың әсәһе әйтеүенсә, ҡатын зыян күреүсене дауаханаға алып барырға теләгән, әммә малайҙар уны үҙҙәре табипҡа мөрәжәғәт итәсәген белдергән. Артабан эт менән уның хужаһы фажиғә урынынан ҡасҡан. Бер нисә көн эҙләгәс, ҡатынды тапҡандар һәм низағты көйләгәндәр.


Быға тиклем Стәрлетамаҡта эт өс йәшлек ҡыҙыҡайға ташланғайны. Ниңә эттәрен морондоҡһоҙ, муйынсаһыҙ йөрөтәләр икән?


Фото: bash.news