Һорауҙа яуап та асыҡ фаразлана ине, хәйер – төшкө аш мәлендә урамда ошо ағай менән йыш осрашыла.
– Нисекһең? – Был да – ғәҙәти өндәшеүҙәренең береһе.
Оҙон һүҙгә төшмәй, хөрт түгеллекте, хәлдең, аралатып, “бишле”нән дә баһалы булып киткәнен аңғартам.
– Шәп! – Яңылығы кәмеһә лә, әле затлылығы ҡалған пальтоһының яғаһын күтәрә бирҙе. Кейенә белә кеше: күҙгә лә төртөлмәй, урынлы ла – ҡанындалыр инде. – Пенсияла һәйбә-ә-т. Кафеға китеп барыу. Йүнле генә шарап алып ултырайым, тим.
– Ә-ә-ә… – Йөпләмәйем дә, ғәйепләмәйем дә: үҙенең иркендә – бында сикте үтмәү генә шарт.
Артабан, яғаһын тағы тарта биреп, – өшәнес бөгөн, һүҙен бик мөһим өҫтәмә менән тулыландырҙы:
– Балалар ярҙам иткәндә – һәйбәт…
Ысынлап та: башта – һин, аҙаҡ – улар, шундай екһеҙ түңәрәк. Ябыҡ ҡулса, әрләнелһә лә, файҙалы ла булғылай шулай, һәм асылмаһын да.
Үҙем дә кисергән бар шуны. Алыҫ сәфәрҙә сағымда, бөтөнләй мәлһеҙ, хыянатсыл рәүештә телефон ватылды. Өр-яңы тиерлек нәмә – өс ай ҙа юҡ ине әле. Оятһыҙ ҡиммәт булыуын сауҙаханалағы телдәр ҡыҙ, мөғжизәүи ныҡлығына бәйләп, ҡат-ҡат туҡыһа ла, төшөп тә китте, экраны селпәрәмә килде. Ә өҫтәмә быяла ип-имен ҡалды – сығып осто ғына. Гүйә, һәләкәтте алдан белеп, әҙер торған да, секундында ғына шыйған, йәнәһе, ул быға ярсыҡ та ҡыҫылышһыҙ.
– Эшләгәс, теймәй тор, берәй айҙан өйҙә булам, хәл итербеҙ, – тине диңгеҙ буйындағы ҡалала уҡыған улым. Баяғы быяланы, мине хәстәрләп, ул йәбештергәйне каникулға ҡайтҡанында.
Тиҙ йүнәтеү урынына тапшырыу йәки үҙемә яҡын, таныш ошондай уҡты алыу уйы игәһә лә, әйткәнен тоторға булдым. Сатнауҙан хасил ҡытыршы үрмәксе ауы өҫтөнән бармаҡ бите ҡырҡылыулы ауыр йөрөһә лә, улымдың хәстәре, хәстәргә хөрмәтем туҡтатты. Бер нисә көндән өйрәнә лә төшөлдө, ауҙы ҡышҡы тәҙрәләге биҙәктәрҙәй ҡабул итәм хәҙер. Тағы ла камилыраҡ итергә ваҡыты ғына етмәгән һүрәтсенең, ә һыуыҡ бит ана күпме оҙаҡ һыҙа.
Ул ғынамы, быяланы бөтөнләй ҙә алмаштырмаҫҡа хәл ҡылдым – кеҫәнән йыш сығармаҫҡа киләсәккә һабаҡ та булһын, сәнғәт әҫәре рәүешендә лә һаҡланһын. Яңыһын алайым. Әммә улым менән бергә ҡарармын – вәғәҙәмде мотлаҡ үтәргә тейешмен дәһә. Баяғы хәстәр ҡулсаһының өҙөлмәүе шарты был.
– Ҡа-а-лай ҡар яуа... – тип ихлас һоҡланыуымды ишетеүгә, тәҙрә янына йылдам килеп баҫылманы:
– Эше шул, – тип шаяртылды ғына. Һәм быға хөрмәт менән ҡараным: тел тапҡырлығы – бөйөк нәмә.
Ә миңә күренеш бик оҡшай. Эштән сығыуға машина һепереү мәшәҡәтенә, тығындарҙың күбәйеүенә, инде, март аҙағында, күктән төшөү түгел, ерҙәгеһе ирергә тейешлеккә ҡарамаҫтан, аңлатҡыһыҙ күңел рәхәтлеге кисерәм. Аҙ ҙа булды быйыл, етмәһә, ҡаланы аҡлығы менән таҙартманы. Һуңлап килһә лә, муллап килгән әле, һай, рәхмәт...
Ялҡытҡыс йыйылыштар ваҡытында яуһа ла – бер йыуаныс. Ипләп кенә баҫып, тәрбиәле бесәй үтеп бара өҫтөнән. Аһ-аһ, ҡыҙылтүштәр туҡтаған дабаһа... Тумпайышып, шуның менән донъя күркәмләп, олпат ҡына ултыралар.
Ҡарҙы мин ямғырға ҡарағанда күберәк яратам һымаҡ. Һәр хәлдә, оло юлда туҡтап, ап-аҡ ҡалын юрғанлы ҡарағай урманына, көрт кисеп, инеп киткәнем бар.
Ошо “юҡ нәмәгә” һоҡланыуым аптыраталыр, эйе, ләкин бынан зыян күрәм тип уйламайым. Ә бына матдилыҡ тип шашыуҙың, йәһәт муллыҡ вәғәҙәһенә тел шартлатыулы ышанып, ҡайҙалыр аҡса һалыуҙың, һалмаған һиңә баш сайҡаулы ғәжәпһенеүҙең күпселектә юғалтыулы тамамланғанын тарих белә.
Ҡыҫҡаһы, һоҡлан – һаҡланырһың.