Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Август 2019, 15:27

Балкондан да балыҡ тотоп була!

Рәсәй халҡы иң ауыр хәлдә лә юғалып ҡалмаҫҡа күнеккән.

Фото:bloknottambov.ru
Фото:bloknottambov.ru
Рәсәй халҡы иң ауыр хәлдә лә юғалып ҡалмаҫҡа күнеккән. Төшөнкөлөккә бирелмәҫкә юмор ҙа, яраҡлашыу оҫталығы ла ярҙам итә торғандыр. Һыу эсендә йөҙгән Тулун кешеләренең түҙемлегенә генә түгел, ә йүнселлегенә, тапҡырлығына ла иҫең китер.
Балконға сығып балыҡ ҡармаҡлаған ир социаль селтәрҙәрҙә халыҡ «геройына» әүерелде. Күршеләре уға ҡармаҡлау серҙәрен өйрәтте, емгә балыҡ ҡапмағанын күреп, уны иткә алмаштырырға кәңәш бирҙе. Шундай оло бәләгә юлыҡҡанда ла кеше булып ҡалыу, уйын-көлкөгә урын табыу - көслөләр өлөшө.
Иркутск өлкәһендәге һыу баҫыу һөҙөмтәһендә 25 кеше һәләк булды, алты кеше хәбәрһеҙ юғалған иҫәпләнә, 11 мең торлаҡ һыу аҫтында ҡалды.
Читайте нас: