Благовещен районындағы Иҙәк йылғаһының бысраныуы сәбәпле, социаль селтәрҙәрҙә Өфөлә крандан һыу эсергә ярамай, тигән хәбәр таралды. “Уфаводоканал” был мәғлүмәтте кире ҡаҡты. Тейешле анализдар эшләнгән. Крандағы һыу барлыҡ СанПин талаптарына ла яуап бирә, ти ойошма белгестәре.
Әле Иҙәктәге хәл контроль аҫтында, зарарлы матдәләр берләшмәләре кәмегән, һыу анализдары даими өйрәнелә, өҫтәүенә тулыраҡ мәғлүмәт алыу өсөн тупраҡ сифаты ла тикшерелә. ”Бөтә күрһәткестәр ҙә нормаға ярашлы”, - тип белдерҙе Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары Ринат Бәширов.