Башҡортостан
-9 °С
Ҡар
VK
OK
РУС
Telegram
Дзен
Бөтә яңылыҡтар
10
Йәмғиәт
3 Август 2019, 17:40
Тәртип булһын өсөн нисә чиновникты эштән алырға кәрәк?
Иҙәктәге хәлгә ҡарата республика етәксеһенең ҡарашы билдәле.
Фото: news 102
Иҙәктәге хәлгә ҡарата республика етәксеһенең ҡарашы билдәле.
«Йылғаға химик матдәләр ағыҙыуға юл ҡуйған предприятиеға республикаға килтергән зыян өсөн закон буйынса яуап бирергә һәм компенсация түләргә тура киләсәк, - тип белдерҙе Радий Хәбиров. - Ә был хәлде йәшерергә тырышҡан кешеләр шулай уҡ яуаплылыҡтан ҡаса алмаясаҡ. Белмәйем, ваҡыттың үҙгәргәнен аңлар өсөн миңә тағы нисә чиновникты эштән алырға кәрәк булыр икән?”
Әле Иҙәктәге хәл контроль аҫтында, зарарлы матдәләр берләшмәләре кәмегән, һыу анализдары даими өйрәнелә, өҫтәүенә тулыраҡ мәғлүмәт алыу өсөн тупраҡ сифаты ла тикшерелә. ”Бөтә күрһәткестәр ҙә нормаға ярашлы”, - тип белдерҙе Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары Ринат Бәширов.
Благовещен районындағы Иҙәк йылғаһының бысраныуы тураһындағы хәбәр халыҡтан 27 июлдә килгәйне. Ваҡиға урынына ашығыс рәүештә күҙәтеү органдары һәм экстрен хеҙмәттәр сыҡты. Йылға тирә-яғы тикшерелде, ҡалдыҡ һыуҙарҙың соҡорға ағыҙылыуы асыҡланды. Ағыулы һыу Иҙәккә ҡойоусы Ҡаҙмышлыға төшөп, йылғаға эләккән. Башҡортостан тәбиғәтте һаҡлау район-ара прокуратураһы күҙәтеү органдары менән берлектә тикшереү башлаған.
Читайте нас:
Новости партнеров
1 ғинуарҙа саҡ үлемдән ҡалған
Соңгы кыңгырау кайчан яңгыраячак?
«Бумага» не сдаётся
Дуҫтар! Беҙҙең телеграм-каналға яҙылығыҙ!
Өфө һәм Башҡортостан тураһында яңылыҡтар — һеҙҙең смартфонда.