Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
4 Август 2019, 12:54

Бер юлы 43 енәйәтсене хөкөм иткәндәр

Енәйәтселәр, хөкөм ҡарары менән риза булмайынса, Юғары судҡа ялыу яҙған...

Башҡортостан һәм Һарытау өлкәһе кешеләренән торған енәйәтселәр төркөмөнә хөкөм ҡарары иғлан ителде.

Улар йәшерен урындар һәм һаҡлағыстар аша наркотик таратыу менән шөғөлләнгән. Республика Прокуратураһы хәбәр итеүенсә, был әҙәм аҡтыҡтарының йәшәгән ерендә лә 32 килограмм наркотик табылған.

Енәйәтселәр өс йылдан алып 15 йылғаса иркенән мәхрүм ителгән. Был ҡарар менән риза булмайынса, кассация ялыуы биргәс, Юғары суд һәр береһенең төрмәлә ултырыу ваҡытын икешәр айға кәметкән.

Фото: Башҡортостан Прокуратураһы сайтынан.
Читайте нас: