Башҡортостан
-3 °С
Ҡар
VK
OK
РУС
Telegram
Дзен
Бөтә яңылыҡтар
10
Йәмғиәт
4 Август 2019, 13:06
Енәйәтсе 13 йыл буйы урманда ҡасып йөрөй
Йыртҡыс ҡиәфәтенә ингән был әҙәм тағы бер ҡатынға һөжүм итә.
Яңыраҡ Байкал аръяғы крайында үҙенә таныш ҡатынды үлтереп, 13 йыл буйы урманда йәшенеп йөрөгән ирҙе ҡулға алғандар. Был турала өлкә прокуратураһы хәбәр итә.
Тикшереү күрһәтеүенсә, 2006 йылдың 22 июнендә Могоча ҡалаһында 46 йәшлек иҫерек ир үҙенең танышына бысаҡ менән ташлана. Ҡатын үлемесле йәрәхәттәр алa.
Йыртҡыс ҡиәфәтенә ингән был әҙәм тағы бер ҡатынға һөжүм итә. Бәхеткә күрә, уныһы ҡасып ҡотола.
Ошо ваҡиғанан һуң ир урманға ҡаса, үҙенә ҡыш йәшәрлек торлаҡ ҡороп ала.
Шулай ул 13 йыл буйы бер әҙәм менән дә аралашмай, тәртип һаҡсыларының да күҙенә эләкмәй йәшәй бирә. Әммә, беҙ ҡапсыҡта ятмай тигәндәй, ошо көндәрҙә енәйәтсе, ниһайәт, ҡулға алына.
Район прокуроры кеше үлтергән әҙәм аҡтығын һаҡ аҫтына алыуҙы талап итә һәм был ауыр енәйәтте тикшереүҙе махсус контролгә ала.
Фото: zen.yandex.ru
Читайте нас:
Новости партнеров
1 ғинуарҙа саҡ үлемдән ҡалған
Соңгы кыңгырау кайчан яңгыраячак?
«Бумага» не сдаётся
Дуҫтар! Беҙҙең телеграм-каналға яҙылығыҙ!
Өфө һәм Башҡортостан тураһында яңылыҡтар — һеҙҙең смартфонда.