Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
4 Август 2019, 17:06

Шағирә Зөһрә Ҡотлогилдина көнләшә...

"Ысынлап та, көнләшәм. Уныһы – раҫ", - тине шағирә...

Йәшерен-батырын түгел: әҙәм балаһына көнләшеү тигән сифат хас. Ә бына күренекле шағирә, журналист Зөһрә Ҡотлогилдина был турала нимә уйлай?
"Көнләшеү хисе кеше йөрәгенә инеп оялаһа, уның тыныслығын кимерә, йәнен ашай. Көнләшеп кенә, бүтән кеше һымаҡ булыу мөмкин түгел, - ти шағирә. - Һәр кем -ҡабатланмаҫ шәхес. Көнләшеп тә, тырышып та нимәгәлер өлгәшеү һәйбәт һөҙөмтә бирмәй ул барыбер.


Мин үҙем булдыра алмағанды башҡалар эшләһә, ихлас һоҡланам, күҙем ҡыҙа. Егәрле, уңған хужабикәләргә таң ҡалам. Ҡайһы бер ҡатын-ҡыҙ әсә булыу өсөн генә яратылған, икенселәре оҫта ҡул эше менән дан тота, өсөнсөләре аш-һыуға маһир, дүртенселәре үҙҙәрен ҡарай белә...
Шундайҙарға һоҡланыуымдың сиге юҡ. Ә мин нисек бармын – шулаймын. Холоҡто үҙгәртеп булмайҙыр, бигерәк тә өлкән йәштә... Ә бына үҙҙәре олоғайғансы атай-әсәйҙәре иҫән кешеләрҙән көнләшәм. Уныһы – раҫ".
Фото: bash.news
Читайте нас: