Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Август 2019, 18:30

Берәҙәк кеше түгелме?

“Росреестр” бинаһы алдында йоҡлап ятҡан берәҙәкте типкеләгәне өсөн түрә ҡатынды эшенән ҡыуғандар.

“Росреестр” бинаһы алдында йоҡлап ятҡан берәҙәкте типкеләгәне өсөн түрә ҡатынды эшенән ҡыуғандар.
Быға уның хеҙмәт тәртибен боҙоуы йә бурыстарын йүнләп атҡармауы түгел, ә хеҙмәт тәртибенең дөйөм принциптарын һанға һуҡмауы сәбәп булған.


“Был күңелһеҙ ваҡиға бар “Росреестр” хеҙмәткәрҙәре өсөн һабаҡҡа әйләнһен. Тормоштоң һәр осрағында ла кеше булып ҡала белергә кәрәк. Кеше һәм граждан хоҡуҡтарын, иркен иҫәпкә алыу, таныу, яҡлау дәүләт власы органдарының һәм дәүләт хеҙмәткәрҙәренең төп бурысы булып ҡалырға тейеш”, – тип белдергән ведомство етәксеһе Виктория Абрамченко.


Был хәл июль аҙағында Пермдә булған. Түрә ҡатын “Росреестр” бинаһынан сыҡҡан да ихатала йоҡлап ятҡан берәҙәкте типкеләй башлаған. Ул үҙенең был ҡылығын башҡаса алама еҫле “күрше”нән ҡотола алмаясағы менән аҡларға маташҡан.


Фото: runaruna.ru
Читайте нас: