Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Август 2019, 20:15

Абай булығыҙ! Малдарҙы урлайҙар

Бөгөн республикала ғына түгел, хатта тотош донъяла уғрылыҡ – иң киң ҡолас алған енәйәттәрҙең береһе, сөнки күптәр кеше иҫәбенә йәшәүҙе иң ҡулайлы юл тип күрә, ахырыһы.

Бөгөн республикала ғына түгел, хатта тотош донъяла уғрылыҡ – иң киң ҡолас алған енәйәттәрҙең береһе, сөнки күптәр кеше иҫәбенә йәшәүҙе иң ҡулайлы юл тип күрә, ахырыһы.


Һөҙөмтәлә әллә күпме кешеләрҙең, ойошмаларҙың байтаҡ мөлкәте юҡҡа сыға. Был шулай уҡ малдарға ла ҡағыла. Бигерәк тә ауыл халҡының күҙ терәп торған нәмәһе шул һыйыр, йылҡы, һарыҡ һәм башҡа малдар икәнлеге бер кемгә лә сер түгел. Ә бына уларҙы урлаһалар, тәләфләһәләр, хужа әллә күпме үкенес-ҡайғы кисерә. Матди зыян да меңәрләгән һумға барып баҫа.


Статистика күрһәтеүенсә, малдарҙы урлау кеүек енәйәттәрҙе асыу еңел түгел. Үҙегеҙ беләһегеҙ, һәр заман һәм һәр ерҙә иткә мотажлыҡ бар. Шуға бурҙар урланған малды тиҙ генә һуйып һатыу яғын ҡарай. Ә ошо хәлдән һуң енәйәтте асыуы ла, малдың хужаһы кем икәнлеген асыҡлау өсөн дәлилдәр табыуы ла бик ауыр.


Малдарҙы көтөү кәрәклеге хаҡында ла онотмаһаҡ ине. Башҡортостандың Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодексының 7.3-сө статьяһына ярашлы, ауыл хужалығы малдарын көтөү тәртибен боҙған граждандарға – 500-1000, вазифалы кешеләргә – 3000-5000, ойошмаларға 10000-15000 һумға тиклем штраф ҡаралған. Әгәр ошо хоҡуҡ боҙоу тағы бер тапҡыр ҡабатланһа, штраф күләме икеләтә тиерлек арта.


Бынан тыш, һәр кем малын төндә үҙе һаҡларға тейешлеге хаҡында ла оноторға ярамай. Ә бының өсөн, әлбиттә, һарайҙар кәрәк. Был хәл бурҙарға ҡара уй-ниәтен тормошҡа ашырырға ҡамасаулаясаҡ. Бәлә-ҡазаны иҫкәртеү енәйәтселек менән көрәштең төп юлы икәнлеген онотмаһаҡ ине.


Фото: pixabay.com
Читайте нас: