Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Август 2019, 15:00

Ҡеүәтле нәҫелдәр төйәге

Хозур тәбиғәт ҡосағында һыйынып ҡына ултырған Йомағужа ауылы халыҡ телендә Ҡыпсаҡ тип йөрөтөлә. Ололар әйтеүенсә, Түңгәүер һәм Үҫәргән ырыуы йәйләгән Йылайыр еренә Ҡыпсаҡ ырыуынан булған бер ҡарт күсеп килә.

Был ерҙә тарихи ҡомартҡылар һаҡлана.


Хозур тәбиғәт ҡосағында һыйынып ҡына ултырған Йомағужа ауылы халыҡ телендә Ҡыпсаҡ тип йөрөтөлә. Ололар әйтеүенсә, Түңгәүер һәм Үҫәргән ырыуы йәйләгән Йылайыр еренә Ҡыпсаҡ ырыуынан булған бер ҡарт күсеп килә.


Бөгөн Ҡәнзәфәр ауыл биләмәһенә ҡараған Йомағужа ауылында 410 кеше йәшәй, шуларҙың 160-ы – хаҡлы ялдағылар. Бөтәһе 212 хужалыҡ иҫәпләнә, ауылда өс пилорама, дүрт шәхси магазин бар. “Аҡҡужин” крәҫтиән (фермер) хужалығы теркәлгән, ауыл халҡы күпселек мал көсө менән йәшәй, күпләп мал аҫрай, ҡош-ҡорт көтә.


Ауылда белем усағы, балалар баҡсаһы, почта бүлексәһе, клуб, фельдшер-акушерлыҡ пункты, китапхана, мәсет бар. Район үҙәгенә ара йыраҡ түгел, ни бары 25 километр.


Ете быуын сылбыры – ауыл тарихы


Ҡәнзәфәр ауыл биләмәһе башлығы Рөстәм Тотманов әйтеүенсә, йомағужа­лар – берҙәм һәм дәртле халыҡ. Урын­дағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһы тормошҡа ашырыла баш­лағас та, районда тәүгеләрҙән булып үҙ проекттарын тәҡдим иткән. Тәүге йылдарҙа ауылдағы юл ремонтлана, артабан клуб төҙөкләндерелә. Ауыл халҡының тырышлығы менән өр-яңы МТЗ тракторын да һатып ала ҡыпсаҡтар.


Проблемаларға килгәндә, барыһын да бер һорау борсой: ауылда кәрәҙле элемтә юҡ, шунлыҡтан телефон да, интернет та тотмай, бәйләнеш тә насар.


Райондың иң оло кешеләренең бере­һе Мәхмүтйән Мәхийәнов яҙыуынса, ауыл ете быуын элек барлыҡҡа килә һәм бында Ағиҙел йылғаһының башынан күсеп килгән Бикбулат исемле кеше башлап ултыра. Уның өс улы була: иң өлкәне – Аҡҡужа, ур­тансыһы – Йомағужа һәм кесеһе Иҫәнгилде.


Был урын элек ҡуйы ҡарағайлыҡтан торған. Бикбулат мәсет эргәһенә йорт һалып инә. Уның атаһы Ҡыпсаҡ булған. Бикбулат үлгәс, улы Йомағужа хөрмәтенә ауылды Йомағужа тип атағандар.


Был ауылда өс ара булған: аҡкүҙҙәр, иҫәнгилделәр һәм сауымдар. Улар Ҡоласай туғайында утар һалып, йәй шунда йәшәгәндәр. Иҫәнгилделәр араһының фамилияһы Аҡҡужанан алынған.


1922 йылда ауылда мәктәп асыла. Тәүге комсомолдары – Сәғит Түләбаев, Әхмәҙей Солтанов, Исхаҡ Аҡҡужин, Рәхимйән Солтанов, тәүгеләрҙән булып пионерҙар сафына Хөснулла Аҡҡужин, Сәйетбаттал Аҡҡужин, Хәмит Түләбаев, Зәбихә Иҫәнтәева һәм Әхәт Иҫәнтәевтәр баҫа. Йомағужанан Ялан Ҡыпсағы (ауыл) айырылып сыға.


Яҡты нур өләшә


Сәфәребеҙҙе халыҡты аң-белемгә өндәүсе һәм тәрбиәләүсе китапхананан башлауыбыҙ юҡҡа түгел. Академик Лихачев: “Бөтә сәнғәт юҡҡа сығып, тик бер генә китапхана тороп ҡалған хәлдә лә, мәҙәниәтте тергеҙеп була”, – тигән. Тимәк, китапхана мәҙәниәттең аҡыл, ғилем ҡаҙнаһын тәшкил итә.


Ысынлап та, төпкөлдә китапхана ауылдың социаль йөҙөн билдәләй. Әгәр унда ишектәр асыҡ икән, тимәк, был ауылдың киләсәге өмөтлө.


Китапханасы Сөмбөл Шаһиева беҙҙе ихлас ҡаршы алды. Китап фонды барлығы 7500 дана тәшкил итә. Был өлкәлә яңыраҡ эшләүенә ҡарамаҫтан, Сөмбөл Рөстәм ҡыҙы “китаптар донъяһы”на ғашиҡ булып та өлгөргән.


– Халыҡ хәҙер китап уҡымай тигән һүҙҙәр менән риза түгелмен. Интернет, компьютер әҙәби баҫмаларҙы ҡыҫырыҡ­лап сығара тигән фараз да дөрөҫ түгел, киреһенсә, уларҙан арып, халыҡ китапты хуп күрә. Ташҡа баҫылған яҡшы әҫәрҙе ҡулға тотоп уҡыуҙан да ләззәтлерәк шөғөл юҡ, – ти ул.


Ыҡсым ғына бүлмәгә күҙ һалам: кәштәләр буйлап яҙыусыларҙың китаптары алфавит тәртибендә теҙелгән, төрлө өлкәләр буйынса йыйынтыҡтар ҙа күренә. Матбуғат баҫмалары ла бар, әммә улар араһында “Башҡортостан” гәзите юҡ. Сәбәбен һорағас, аныҡ ҡына яуап та ишетелмәне. Тимәк, район хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге был юҫыҡта тейешле эш алып бармаған, ауыл китапханалары матбуғат баҫмалары менән тулыһынса тәьмин ителмәгән. Хәйер, Йылайыр районында “Башҡортостан” гәзитенең бик аҙ алдырылыуы ла тап ошо сәбәптәргә бәйлелер.


Йомағужала иң күп китап уҡыусылар хаҡында ла һорашмай түҙмәнем. Сәлихйән Түләбаев, Рәүеф Аҡҡужин, Шәүрә Аҡҡужина һәм Лиана Аҡҡужиналар икән улар.


Хаҡлы ялдағылар һәм теләүселәр өсөн Сөмбөл Шаһиева улар һораған китапты йорттарына алып бара.


“Трактор”ҙың үҙ тракторы ла бар


Колхоз-совхоздар осоронда Йомағужа ауылы “Трактор” тип аталған колхозға ҡараған. Ҡасандыр ауылда тракторҙарҙың тауышы гөрләп торған, бер эш тә уларһыҙ башҡарылмаған. Ололар ул осорҙо әле булһа һағынып хәтергә ала. Ҡәнзәфәр ауыл биләмәһе башлығы итеп тәғәйен­ләнгәс, Рөстәм Тотманов шул йылдарҙың иҫтәлеге булған ДТ-54 тракторын табыу, уны ауылдың иң күренеп торған бейек урынына урынлаштырыу теләге менән яна. Теләк булғас, уны күтәреп алыусылар ҙа табыла. Ауыл йыйынында ҡыпсаҡтар был идеяны хуплап ҡаршы ала, район хакимиәте тарафынан да ярҙам күрһәтелә.


Хатта күрше Хәйбулла районынан тап шул осорҙағы йәнле экспонат – трактор табыла. Артабан ауыл хакимиәте ярҙамы һәм көсө менән ул ҡайтарыла, ауылдың иң бейек урынында һәйкәл өсөн урын әҙерләнә, ДТ-54 тракторы экскаватор ярҙамында алдан тәғәйен урынға ултыртыла. “Илгә икмәк биреүсе ауыл хужалығы хеҙмәтсәндәренә!” тигән яҙыу менән Йомағужа ауылында, ҡасандыр “Трактор” колхозы булған төбәктә республикала тәүгеләрҙән булып тракторға һәйкәл ҡуйыла. Бөгөн был урын ауылдың иң мөһабәт һәм тарихи урындарының береһе һанала.


“Фатима”нан фатиха алып


Хәбәрсене аяғы туйҙыра, тигәндәй, тормошоңда төрлө хәл-ваҡиғалар булыуға ҡарамаҫтан, ҡайһы осраҡта юлда булырға ла тура килә. Йомағужалағы сираттағы командировка ла атайымдың вафаты көнөнә тура килде, етмәһә, быйыл утыҙ йыл да булып киткән. Алдан мәсеткә барып, уның рухына аят бағышлатыр­мын тигән уйҙың тормошҡа ашмауына бер аҙ ҡайғырып, юлға сығырға тура килһә лә, хыялым тап ауылдың “Фатима” мәсетендә тормошҡа ашыр тип һис тә уйламағайным.


Ауылдың иман йортона юл алғас, мине оҙатыусы юлдашым, район хакимиәтенең кадрҙар менән эшләү бүлеге начальнигы Флүрә Сарбаеваға атайыма аят уҡытыу теләген әйтеп тә өлгөрмәнем, беҙҙе иман йортоноң мәзине Хәйҙәр Хәсәнов менән ауылдың иң оло кешеһе Ильяс Ислам­ғолов ҡаршы алды.


Хәйҙәр Мөхөтдин улы әйтеүенсә, һуңғы йылдарҙа халыҡтың иманға ҡайтыуы күҙәтелә. Ололар менән бергә йәштәрҙең дингә тартылыуы ҡыуаныслы, ти ул. “Аҙна һайын йома намаҙҙары, Ҡорбан ғәйете, балаға исем ҡушыу, никах уҡытыу кеүек сараларҙы мәсеттә үткәреү матур йолаға әйләнә бара. Ауыҙ асыу, ҡорбан ашы табынын да ауыл халҡы бергәләшеп ойоштора”, – ти ауыл диндары.


Әйткәндәй, иман йортонда бик күп тарихи ҡомартҡы һаҡлана. Боронғо Ҡөрьән-Кәрим китабы, оҙаҡ ҡулланылыуҙан туҙып, йыртыла башлағас, ауылдаштарының береһе уны айырым тауарға кейҙереп, тышын сигеп, ошо мәсеткә тапшыра. Бөгөн уның урыны түрҙә, иман йортоноң иң ҡәҙерле иҫтәлектәренең береһе ул.


Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, оҙаҡ йылдар ауылдың имам-хатибы булып эшләгән, мәсет төҙөүгә ҙур өлөш индергән, ауыл­дың иң абруйлы аҡһаҡалдарының береһе Фәттәх Аҙнағолов күптән түгел генә гүр эйәһе булған. Уның хаҡында ауылдаштары йылы хәтирәләр генә һаҡлай.


Йомағужа ауылының иң оло аҡһаҡалы Ильяс Исламғолов та был йортҡа йыш килә. Туҡһанды тураҡлауына ҡарамаҫтан, олатайҙың иҫе шәп, зиһене яҡты. Аралашҡанда уның ваҡиғаларҙы аныҡ хәтерләүе генә түгел, ә дата, йылдарҙы теүәл иҫләүе хайран итте. Иҫке Яҡуп ауылында тыуып үҫкән Ильяс Хәйрулла улы Йомағужаны үҙ итеүенә лә байтаҡ йылдар үткән. Ҡатыны вафат булғас, әле Тәғзимә ҡыҙы менән бергә тора.


Белем усағы


Ауыл тормошона ҡот һәм йәшәүгә өмөт биргән “өс таған”дың береһе булған мәктәп ишеген асабыҙ. Әйткәндәй, Йомағужа урта мәктәбен тамамлаусыларҙың күбеһе райондың төрлө урындарында етәксе вазифаларҙа эшләй. Район хакимиәтендә генә йомағужаларҙың бер нисәүһе төрлө бүлек начальнигы йөгөн тарта, район гәзиттәренең баш мөхәррирҙәренән алып хәбәрселәренә тиклем хеҙмәткәрҙәр ҙә тап ошо белем усағын тамамлаған. Тимәк, бында төплө һәм нигеҙле белем бирелә, төбәктең кадрҙары тәрбиәләнә.


Йәйге каникул осорона тап килеүебеҙгә ҡарамаҫтан, мәктәптә эш ҡайнай. Кемдер мәктәп яны участкаһында булышһа, икенселәр ремонт эштәре менән мәшғүл.


Мәғариф учреждениеһы директоры Айбулат Ғәниев белдереүенсә, педагогия коллективында бөтәһе 16 уҡытыусы эшләй. 90 бала белем ала, беренсе сентябргә 9 уҡыусы партаға ултырасаҡ, ә инде биш егет, мәктәпте уңышлы тамамлап, әле төрлө уҡыу йорттарына артабан белем алыу өсөн документтарын тапшырған. Коллектив сағыштырмаса йәш, уларҙың уртаса йәше – 45, барыһы ла тиерлек юғары белемгә эйә.


Мәктәп янында “Аҡсәскә” балалар баҡсаһы урынлашҡан, уның етәксеһе – Разия Илбаҡтина. Мәктәпкәсә йәштәге учреждениеға 33 бала йөрөй. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙ кескәйҙәр менән таныша алманыҡ, бинаға ремонт эштәре башланыу сәбәпле, тәрбиәләнеүселәрҙең барыһы ла каникулға оҙатылғайны.


– Күреүегеҙсә, беҙҙең мәктәп янындағы баҡсала картуфтан алып бар төр йәшел­сәне үҙебеҙ үҫтерәбеҙ. Көҙ уны ауыл халҡына һатабыҙ, ҡыш буйы файҙа­ланыуға ла етә. Быйылғы хеҙмәт лагерында бөтәһе 16 уҡыусы эшләне, улар яҡынса 1800 һум эш хаҡы алды. Шулай уҡ йыл һайын балалар өсөн мәктәп яны лагеры үҙ эшен башлай. Быйыл тәүге тапҡыр ул “Йәйләү” программаһы нигеҙендә ойошторолдо.


Уҡыусыларға сифатлы белем биреү менән бер рәттән уларҙың сәләмәтлеген нығытыу, спортҡа ылыҡтырыу маҡсатында мәктәптә төрлө спорт секциялары эшләй. Беҙҙә элек-электән көрәш түңәрәге яҡшы ҡуйылған, йыл һайын уҡыусыларыбыҙ район, республика, төбәк буйынса үткән милли көрәш ярыштарында, шулай уҡ район һәм күрше, ҡала һабантуйҙарында һәр саҡ призлы урындар яулай. Шулай уҡ иң оҫта саңғысылар ҙа, футбол яратыусылар ҙа – беҙҙең мәктәптән. Был йәһәттән тренер Даян Аҡҡужиндың һәм физкультура уҡытыусыһы Айгөл Шәһи­ғәлинаның хеҙмәте маҡтауға лайыҡ.


Уҡыусыларға төп белем башланғыс кластарҙа һалыныуын һәр кем яҡшы белә. Был йәһәттән беҙгә хәүефләнергә урын юҡ: башланғыс класта белем биргән уҡытыусыларҙың барыһы ла үҙ эшен төплө белә, уҡытыуҙа яңы алымдар ҡуллана, балаларҙы ярата. Улар – Фәриғә Аҡҡужина, Мөнирә Иҫәнбаева. Химия һәм биология фәненән уҡыусыларға һөйөү тәрбиәләгән Гөлнур Йомағолова хаҡында ла яҡшы яҡтан ғына телгә алырға мөмкин. Оҙаҡ йылдар эшләү дәүерендә уның уҡыусылары йыл һайын был предмет­тарҙан имтихандарҙы яҡшы тапшыра, һөҙөмтәләр ҙә һәр саҡ юғары була, – ти Айбулат Ғәйнулла улы.


Һаҡтау ауылында тыуған, Йомағужа урта мәктәбен тамамлаған Айбулат Ғәниев, Башҡорт дәүләт университетының физика-математика бүлеген тамамлап, хеҙмәт юлын туған мәктәбендә башлай. 26 йәшендә генә уға коллектив оло ышаныс күрһәтә, мәктәп директоры итеп тәғәйенләнә. 33 йыл мәктәп етәксеһе булып эшләгән кешегә төрлө ауырлыҡтарҙы йырып сығырға ла, бихисап пробле­маларҙы хәл итергә лә тура килә, әммә уның бер ваҡытта ла яратҡан эшенә ҡарата һөйөүе кәмемәй. Йыл һайын белем усағын яңы бейеклектәргә күтәрә, уҡы­тыуҙың сифатын яҡшыртыу буйынса маҡсатлы эш алып бара.


Тәжрибәле етәксенең дә проблемалары юҡ түгел: мәктәпкә йәштәрҙең килмәүе уны борсомай ҡалмай. “Йәштәр килә лә, бер йыл эшләгәндән һуң, оҙон аҡса эҙләп китә”, – тип хафалана ул. Һуңғы ваҡытта “Ауыл табибы” программаһы кеүек, мә­ғариф өлкәһендә лә “Ауыл уҡытыу­сыһы” программаһының ҡабул ителеүе, бәлки, йәштәрҙең мәктәпкә килеүенә йоғонто яһар, тип өмөтләнә. Бөгөндән үк Йомағужа урта мәктәбенә эшкә ҡайтырға теләк белдереүселәр табылһа, йәштәрҙе ҡуш ҡуллап алырға риза улар.


Күрше Сәләх һәм Һаҡтау ауылдарынан балаларын көн һайын мәктәп автобусы алып йөрөй.


Аҡ күңелле, аҡ халатлы


Ашҡаҙар ауылы ҡыҙы Гөлниса Рахман­ғолова был яҡтарға килен булып төшкән. Сибай медицина училищеһының фельд­шерҙар әҙерләү бүлеген тамамлаған ҡыҙ 1986 йылда ошо ауылда хеҙмәт юлын башлай. Ҡыпсаҡ егете Вилдан Ишмөхәмәт улы менән ғаилә ҡороп, ике бала тәр­биәләп үҫтерә. Ҡыҙҙары Гөлназ да, әсәһенең юлын дауам итеп, әле Йылайыр үҙәк дауаханаһында эшләһә, улдары Илфат Хәйбулла районында “Бүребай” тау-байыҡтырыу комбинатында хеҙмәт итә.

Ауыл фельдшеры, Йомағужанан тыш, Яңы Яҡуп ауылын да хеҙмәтләндерә. Барлығы 356 кешенең сәләмәтлеге өсөн яуаплы ул.


– Күберәк йөрәк-ҡан тамырҙары, быуын ауырыуҙары менән сирлеләр мөрәжәғәт итә. Кешенең хәҙер үҙ һаулығына иғтибарлыраҡ була барыуы ҡыуандыра: тиҙ арала беҙгә килә, тейешле тикше­ренеүҙәргә йөрөй, даими медицина ярҙамы ала, – ти Гөлниса Гиса ҡыҙы.


Шулай ҙа башлыса фельдшерлыҡ пунктына оло быуын йышыраҡ һуғыла, ҡан баҫымын үлсәтергә, укол һалдыртырға йәки дарыу алырға килә. Әйткәндәй, медицина учреждениеһының дарыу һатыуға рөхсәте бар. Берәүҙәр үҙенә кәрәгенә заказ бирә, икенселәр көндәлек кәрәк-ярағын ошонда уҡ һатып ала. Көн һайын унға яҡын сирле мөрәжәғәт итә, йәш балалар һәм оло йәштәгеләр янына фельдшер үҙе бара. “Ашығыс ярҙам” машинаһы кәрәк осраҡта район үҙәгенән килә, уны тик фельдшер үҙе генә саҡырта ала.


Һаулығың – байлығың, ти халыҡ мәҡәле. Ауыл халҡының иң оло байлығы – уларҙың сәләмәтлеге һағында оҙаҡ йылдар буйы арымай-талмай Гөлниса Рахманғолова кеүек аҡ күңелле, аҡ халатлылар барында, ауыл да йәшәр, халыҡ та һау-сәләмәт булыр.


Мөхәббәтле ғаилә


Әминә менән Миршат Иҫәнбаевтар – ауылда төпләнеп, матур донъя ҡорған йәш ғаиләләрҙең береһе. Тормоштарын йәмләп бер-бер артлы Гөлдәр, Ғайсар, Камила һәм игеҙәктәр Сәлимә менән Мә­ҙинә үҫеп килә. Балалар, атә-әсә наҙына ҡойоноп, бәхетле, онотолмаҫ мәлдәрен кисерә. Хәйер, оло ҡыҙҙары Мәскәү ҡалаһында юғары уҡыу йортон тамамлап, ҡулына диплом алған, Ғайсар – XI, Камила – VII, ә кескәй игеҙәк ҡыҙҙар быйыл беренсе класҡа уҡырға бара.


Ошо ауылда тыуып үҫкән Миршат Иҫәнбаев, мәктәпте тамамлағас, тиҫ­терҙәре кеүек бәхетте ситтән эҙләмәй, тыуған ерендә ҡалыуҙы хуп күрә. Күрше Иҫке Яҡуп ауылы ҡыҙы Әминә менән 1996 йылда сәстәрен сәскә бәйләй. “Әсәлек даны” миҙалына лайыҡ булған хужабикә мәктәптә эшләй, йорт хужаһы Ҡәнзәфәр – ауыл биләмәһе башлығы водителе. Шул уҡ ваҡытта тырыш һәм уңған, өлгөлө ғаилә башлығы Миршат Иҫәнбаевты ауылдаштары бер тауыштан ауыл старостаһы итеп тә һайлап ҡуйған.


Әминә ханым ҡыҙҙары менән аш-һыу әҙерләй, йорт эсен тәртиптә тота, йорт хужаһы иһә улы менән мал-тыуар өсөн яуаплы. Ғаилә күпләп мал аҫрай, ҡош-ҡорт тота, йылҡысылыҡ, баҡсасылыҡ менән шөғөлләнә. Быйылдан башлап ҡортсолоҡто ла үҙ иткәндәр, бер нисә умарта ултыртҡандар.


– Ауылда йәшәп, мал тотмайынса булмай. Ғаилә ишле, балаларҙы уҡытырға ла кәрәк, – ти улар. – Бар эште бергәлә­шеп башҡарабыҙ, һәр баланың үҙенең яуаплы эше һәм шөғөлө бар, уларҙы бала саҡтан хеҙмәт тәрбиәһендә үҫтерергә тырышабыҙ. Өйрәнгәндәре – үҙҙәре өсөн.


Иҫәнбаевтарҙың нур балҡыған йорттарында, ысынлап та, мөхәббәт хакимлыҡ итә. Ҡатын менән ирҙең бер-береһенә ҡарата мөнәсәбәте, балаларҙың үҙ-ара татыу булыуы, һәр береһенең күҙҙәрендә осҡон яныуы, донъяларының матур булыуы ла ғаиләнең тулы гармонияла һәм бәхеттә йәшәүен күрһәтә. Йәштәрҙең ауылда төпләнеүе, уларҙың матур донъя көтөүе, күмәк балалар үҫтереүе, үҙҙәренең тырышлығы һәм дәрте менән юҡтан бар яһарға тырышыуы хуплауға лайыҡ. Ғаиләм ҙур, донъямды ҡарарға кәрәк, тип тормай, ауылдың проблемаларын хәл итеүҙе һәм йәшәйешен яҡшыртыуҙы үҙ иңенә алырға батырсылыҡ иткән Миршат Иҫәнбаевтың ауыл халҡы өсөн тырышыуын билдәләмәү мөмкин түгел.


Ауыл зыяратын таҙартыу йәки төҙөкләндереү булһынмы, яҙлы-көҙлө тирә-яҡты таҙартыу өмәләрен ойоштороу­мы, һуңғы ваҡытта күп һорау һәм проблема тыуҙырған сүп сығарыу мәсьәләһеме – барыһын да ауыл биләмәһе башлығы менән бергә хәл итергә тырыша улар.


Әйткәндәй, беҙ барғанда ауылда сүп-сар өсөн махсус урын булдырыу, ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары контейнерҙары урынлаштырыу мәсьәләһен хәл итеү буйынса эштәр алып барыла ине. Ауылдың бер нисә урынында махсус урын эшләнгән, тик был тәңгәлдә ауыл халҡының көнүҙәк мәсьәләгә яуаплы ҡарауы талап ителә, сөнки күптәр сүп-сар ташлау урынына йорттарынан килтерелгән ҡапсыҡтарҙы ташлап китеү менән генә сикләнһә, бер нисә айҙан һуң махсус урын ҡый түгеү урынына әйләнмәҫ тимә, шуға күрә әленән үк халыҡ араһында аңлатыу эштәре алып барыла, был эштәр ҙә ауыл староста­һының иңенә төшә.


Илде һанлы телевидениеға күсереү сәбәпле, дәүләт аҙ тәьмин ителгән һәм күп балалы ғаиләләргә бушлай “Телекарта” антенналарын ҡуя. Был программаға ярашлы, Иҫәнбаевтар ғаиләһенә лә бәхет йылмайған.


“Тауарҙары үтемле, хаҡтары тешләшмәй”,


– ти ауыл халҡы шәхси эшҡыуар Әлфирә Ғәббәсова хаҡында.


Ошо ауылда тыуып үҫкән Әлфирә Ишбулат ҡыҙы ауылдаштарын һәр саҡ көндәлек кәрәк-яраҡ һәм сифатлы аҙыҡ-түлек менән тәьмин итә. Ҡасандыр атаһы асҡан магазин бөгөн уның “елкәһендә”.


– Атайым үҙ ҡулдары менән төҙөп, ошо магазинды асты, – тип һүҙ башланы эшҡыуар. – Әле лә һәр саҡ тиерлек ярҙам ҡулы һуҙа, өлгөрмәй киткәндә, тауар ҙа килтерешә, эштең барышы менән даими ҡыҙыҡһынып тора. Тауарҙы Магнитогорск һәм Сибай ҡалаларынан алып ҡайтабыҙ, халыҡтың һорауын даими ҡәнәғәтлән­дерергә тырышабыҙ, хаҡты юғары ҡуймайбыҙ.


Һатып алыусылар ҡулаҡса менән дә иҫәпләшә, күпселек осраҡта яҙҙырып та ала. Үтескә биреп торабыҙ, ни тиһәң дә, ауылдаштар бит. Спиртлы эсемлектәр менән бөтөнләй һатыу итмәйбеҙ, һәр саҡ сифатлы, яңы әйбергә өҫтөнлөк бирәбеҙ.

– Ауылда үткән күпселек мәҙәни сара­ларҙың бағыусыһы булараҡ та ярҙамынан ташламай, – ти Әлфирә Ғәббәсова ха­ҡында ауыл хакимиәте башлығы.


Тормош иптәше Әхмәҙи менән өс бала тәрбиәләй, бынамын тигән күркәм йорт һалалар.

Ҡыпсаҡтарҙың берҙәм һәм татыу халыҡ булараҡ та районда даны сыҡҡан. Үткән йыл­да ауылда “Ҡыҙҙар ҡайта ауылға” байрамы үткәрелгән, аралар, Шәжәрә байрамына йыйылып, үҙ нәҫел-нәсәбен барлай, шулай уҡ “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” кеүек саралар ҙа үтеп тора. Нисек кенә булмаһын, ауылды йәнләндереүгә һәм төҙөкләндереү өсөн барыһы ла үҙ көсөн һала.


Сәскәләргә ғашиҡ Йәмилә


Йомағужа ауылының почетлы гражданы, абруйлы ағинәй һәм мәғариф ветераны Йәмилә Ҡотоеваны күптәр тап шулай атай. Уның йортонда төрлө гөлдәр сәскә ата, баҡсаһында күҙҙәр ҡамаша.


– Ялан ҡыҙымын, – тип һүҙ башланы әңгәмәсем. – Күрше Сәлим ауылында тыуып үҫтем, ауылда башланғыс мәктәпте тамамлағас, Матрай һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә уҡыным. Уҡытыусы булыу теләге бала саҡтан килә ине, ошо хыялымды тормошҡа ашырыу маҡсатында Салауат педагогия училищеһына уҡырға керҙем. Ҡулыма диплом алғас, Йомағужа мәктәбендә хеҙмәт юлымды башланым, – тип хәтер ебен тағатты.


Яратҡан һөнәренә ең һыҙғанып тотон­ған йәш белгес тиҙ арала мәктәп коллективында абруй яулай, уҡыусылары ара­һын­да ихтирам ҡаҙана. Белемен арта­бан камиллаштырыу маҡсатында Йә­милә Ибраһим ҡыҙы Стәрлетамаҡ педа­го­гия институтын ситтән тороп тамамлай.


Мөхәббәтен дә ошо ауылда таба: Йомағужа ауылы егете Айҙар Ҡотоев менән ғаилә ҡороп, сәскәләй өс ҡыҙға ғүмер бирә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тормош иптәше бик йәшләй ҡаты сирҙән вафат була. Яҡын кешеһен юғалтыу ҡайғыһын Йәмилә Ибраһим ҡыҙы тик эш менән баҫа, ҡыҙҙарына бар күңелен һала.


Үҙ эшен яҡшы белгән, кеше менән тиҙ уртаҡ тел тапҡан тырыш ҡатынды Ҡәнзәфәр ауыл хакимиәте башлығы итеп тәғәйенләйҙәр. Бында ул һынатмай: үҙен оҫта ойоштороусы һәм талапсан етәксе итеп таныта.


Геройымдың йәнә бер аҙымы батырлыҡҡа тиң: туғыҙ балалы Марат Аҡҡужинға ҡатынлыҡҡа барырға риза була. Ике ғаиләнең балалары үҙ-ара татыу һәм дуҫ үҫә, бөгөн уларҙың йортона ейән-ейәнсәрҙәр килергә ашҡынып тора. Йәмилә Ибраһим ҡыҙының был аҙымы, ысынлап та, оло һоҡланыуға торошло: сабыр, оло йөрәкле ҡатын ғына тап шундай аҙымға барырға һәләтлелер.


Артабан ул уҡытыусылыҡҡа кире әйләнеп ҡайта, йәнә мәктәп директоры вази­фаһын йөкмәй. 2003 йылда Баш­ҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Йәмилә Ҡотоева хаҡлы ялға сыға.


– Эшләгән саҡта теләп тә, ҡул етмәгән, үҙемде ҡыҙыҡһындырған шөғөлдәргә тотондом. Тәүҙә бәйләү эше менән булыштым, аҙаҡ тегеүгә тотондом. Хәҙер гөлдәр үҫтерәм, сәскәләр тәрбиәләйем, – ти.


Ҡулдарынан – нур, йөҙөнән ҡояш бал­ҡыған ханым бәхетле булыуын йәшермәй. “Тормошомда һәр мәлем үҙенсә матур, ҡартлығым имен, балаларым ҡыуандырып тора, ә ейән-ейәнсәрҙәрем – тормошомдоң төп мәғәнәһе. Янымда хәләл ефетем бар, ошонан да ҙурыраҡ бәхеттең булыуы мөмкинме һуң?!”

* * *

Ауылдан ҡайтырға сыҡҡанда, балаларҙың гөр килеп урамда уйнауына, бер-береһен уҙҙырып сәпидтә йөрөүенә тап булдыҡ. Тимәк, ауылдың киләсәге өмөтлө, балалар рәхәтләнеп уйнай, ауыл йәшәй һәм йәшәйәсәк тә. Урман янында ышыҡланып ҡына ултырған Йомағужаның ҡайындары ла беҙҙең менән һау­буллашҡандай, япраҡтарын елгә ел­берҙәтеп ҡалғандай тойолдо.


Йылайыр районы.
Читайте нас: