Кисә баш ҡалаға йәштәрҙең кумиры, билдәле автоблогер Эрик Давидович килде. Ул интернет-каналында юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге инспекторҙарын ҡыйыу фашлауы, автомобилдәргә күҙәтеүҙәр яһауы һәм башҡа ғәмәлдәре менән мәғлүм.
Әлеге ваҡытта Эрик Рәсәй юлдары буйлап сәйәхәткә сыҡҡан, уның командаһы ҡайһы бер ҡалаларҙа туҡтап, халыҡ менән осрашыуҙар уҙғара, мәрхәмәтлелек акцияларында ҡатнаша.
Кисә Өфөлә булған осрашыуына ла йөҙҙәрсә кеше йыйылған, уларҙың күбеһе – автомобиль йәнле йәштәр. Эрик Давидович Өфө хаҡындағы тәьҫораттары менән бүлешкән, һорауҙарға яуап биргән, әммә ҡиммәтле машиналарға тест-драйв үткәреү өсөн бында мөмкинлектәрҙең аҙ булыуын белдергән.
Эрик Давидовичтың командаһы ҡаланан сыҡҡан саҡта, өс егет кумирын ҡыуып етмәксе, бергә фотоға төшмәксе булған, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, улар аварияға осраған. Был хаҡта автоблогер үҙ каналынан бәйән иткән.