Өфө ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫарҙары һәм төрлө структураның бүлексә етәкселәре хоспис төҙөүгә ярҙам өсөн үҙҙәренең бер көнлөк эш хаҡын бирергә ҡарар итеүҙәре тураһында белдерҙе.
2018 йылдың статистикаһы буйынса, муниципаль чиновниктарҙың эш хаҡы уртаса 42 429 һум тәшкил итә. 22 эш көнө иҫәбенән сығып, һәр етәксе һаулыҡ һаҡлау учреждениеһын төҙөр өсөн икешәр мең һум аҡса йыя.
Быға тиклем республика етәксеһенең Өфөлә хоспис төҙөү өсөн аҡса йыйыу үтенесен Дәүләт Йыйылышы –Ҡоролтай депутаттары ла хуплап күтәреп сыҡҡайны. Р. Хәбиров ярҙам ҡулы һуҙған һәр кешегә шәхсән рәхмәт әйтәсәген белдерҙе, сөнки был учреждение төҙөлһә, изге эш башҡарыусылар Башҡортостанда ауыр сир менән көрәшкән 643 баланың һыҙланыуын еңеләйтеүгә үҙ өлөшөн индерә тигән һүҙ бит.