Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Август 2019, 17:15

Ике ҡатын ирҙе быуып үлтергән...

Өфө ҡалаһынан 45 һәм 46 йәшлек ике ҡатын бер ирҙе үлтереүҙә ғәйепләнә, улар хөкөмгә тарттырылған.

Өфө ҡалаһынан 45 һәм 46 йәшлек ике ҡатын бер ирҙе үлтереүҙә ғәйепләнә, улар хөкөмгә тарттырылған. Аяныслы ваҡиға теүәл бер йыл элек теркәлгән.


Асыҡланыуынса, үлтерелгән ир менән 45 йәшлек ҡатын араһында низағ сыға, йорт хужаһы енси мөнәсәбәткә инергә теләмәгән ҡатынды өйөнән ҡыуып сығарырға янай. Тиргәшкәндән һуң ир йоҡларға ята, әммә үпкәсел 45 йәшлек ҡатын тыныслана алмай. Ул ошо уҡ йортта йәшәгән әхирәтенә ир менән ғауғалашыуын әйтеп, һөйәрен үлтерергә йыйыныуы тураһында белдерә. Тик дуҫ ҡатын быны ысынға алмай, шаярталыр, тип йоҡо бүлмәһенә инеп китә.


Һөйәренә ныҡ үпкәләгән ҡатын йорт хужаһын үлтерергә ҡарар итә, ул ҡулына ҡайыш алып, бер нәмә белмәй йоҡлап ятҡан ирҙе быуа башлай. Тауышҡа әхирәте лә уяна, тик дуҫын насар ниәттән арындырыу урынына, ул кер бауын алып, ирҙе быуырға ярҙам итә. Ике әхирәт көскә йорт хужаһын быуып үлтерә.


Һуңынан ике ҡатын "Ашығыс ярҙам" машинаһын, полиция хеҙмәткәрҙәрен саҡырта, әммә ирҙе үлтереүҙә ғәйептәрен танымайҙар. Улар ирҙең үле кәүҙәһен йортта табыуҙары тураһында белдерә. Тик хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәренең һөҙөмтәле эшләүе арҡаһында, ҡатындарҙың ғәйепле булыуы асыҡлана."Үпкәсел" ҡатындар хөкөмгә тарттырылған.


Фото: hibiny.com
Читайте нас: