Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Август 2019, 20:45

Ришүәт алыу күңеллелер ул?

Быйыл июль айында бюро филиалына инвалидлыҡ билдәләү буйынса экспертиза үтеү өсөн бер ҡатын мөрәжәғәт итә.

Башҡортостан Тәфтиш комитеты медик-социаль экспертиза бюроһының Мәләүездәге филиалы табибына ҡарата енәйәт эшен тикшереүҙе тамамланы.


Быйыл июль айында бюро филиалына инвалидлыҡ билдәләү буйынса экспертиза үтеү өсөн бер ҡатын мөрәжәғәт итә. Уға инвалидлыҡ буйынса III төркөм билдәләнгәнен алдан белгән табип, “13 һум аҡса бирһәң, һиңә III төркөмдө билдәләргә ярҙам итермен, һөҙөмтәне тиҙерәк ҡулға алырһың”, – тип вәғәҙәләй. Ҡатын тәүҙәрәк уға ышанып, ризалаша, әммә икеләнеү еңә, хоҡуҡ һаҡлау органдарына хәбәр итергә тура килә. Ғәйепләнеүсе ришүәт алғанда тотола. Енәйәт эше судҡа ебәрелгән, моғайын, табип штраф түләп бәләнән ҡотолор.


Фото: Nashray.ru
Читайте нас: