Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Август 2019, 18:45

Ысын башлыҡтар Ахунов кеүек була!

Үҙе автотранспортҡа идара иткән, кәрәк саҡта трактор “йүгәнләгән”, өмәләрҙә ҡулына бензин бысҡыһы тотоп, халыҡ менән бергә эшләгән ауыл хакимиәте башлығын күргәнегеҙ бармы һеҙҙең?

Халыҡтың уға ышанысы көслө.


Үҙе автотранспортҡа идара иткән, кәрәк саҡта трактор “йүгәнләгән”, өмәләрҙә ҡулына бензин бысҡыһы тотоп, халыҡ менән бергә эшләгән ауыл хакимиәте башлығын күргәнегеҙ бармы һеҙҙең?


“Реаль эштәр” өмөт уята


Балтас районының биш ауылын (Иҫке Янбай, Уразай, Иҫке Солтанғол, Соҡалы, Байгилде) берләштергән Иҫке Янбай ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Рәзиф Мөбәрәк улы Ахунов – нәҡ шундай етәксе. Халыҡ менән аралашып, килешеп эш итә белә. Һуңғы йылдарҙа район ауылдарында тормошҡа ашырыла башлаған “Реаль эштәр” проектына ярашлы башҡарылған экологик өмәләр, төҙөкләндереү эштәренең уртаһында ҡайнай.
Нәҡ проект сиктәрендә 2018 йылда янбайҙар халыҡ йыйынында Иҫке Солтанғол ауылы зыяратын төҙөкләндереү тураһында кәңәш ҡор­ғайны. Йәй көнө ҙур өмә үткәрҙеләр. Биләмә башлығы үҙе лә, шәхси тракторын эшкә ҡушып, өмәнең уртаһында булды. Иҫке кәртәләрҙе һүттеләр, профилдәрҙе иретеп йәбештереп, буяу эшен ойошторҙолар. Өмәлә ауыл ир-егеттәре генә түгел, Асҡындан, Иҫке Балтастан, Екатеринбург ҡалаһынан ҡайтҡан төрлө йәштәге ир-егеттәр бар ине.
Иретеп йәбештереүсе Рим Саҙрисламов менән Илдар Зыятдиновтар намыҫ менән эшләне, профилдәрҙе торбаларға сифатлы итеп беркетте.
Иҫке Солтанғол ҙур ауыл түгел. Ете йортта 17 кеше йәшәй. Өс ғаилә ситкә йөрөп эшләй. Ар йылғаһы буйында бер урам булып теҙелгән йорттарҙа һәр кеше үҙ көнөн үҙе күрә. Мал-тыуар аҫрай, ҡош-ҡорт үрсетә, баҡса үҫтерә. Ауылдарҙа төҙөкләндереү, йәшелләндереү, яңыртыу, тирә-яҡты таҙартыу буйынса үткән йылда ла күп эшләнде.
— Соҡалы ауылы зыяратын кәртәләүҙе тамамланыҡ. Мансур Әйүпов тигән яҡташыбыҙ бағыусылыҡ ярҙамы күрһәтте. Кәрәк-яраҡты һаҡлар өсөн зыярат эсендәге өйҙө лә йөҙләп ҡуйҙыҡ. Халыҡ та үҙ өлөшөн индерҙе. Дамир, Фирҙәүес Әйүповтар был эштә һиҙелерлек ярҙам күрһәтте, — ти Рәзиф Ахунов.
Өмәләргә халыҡтың күтәрелеп сығыуын күреп, һөйөнөс кисерәһең. Соҡалы ауылының Мәктәп урамы, Иҫке Янбайҙың Тыныслыҡ, Ленин урамы тәртипкә килтерелде, кеше йәшәмәгән иҫке йорттар һүтеп алынды. Ауыл старостаһы Марат Закиров ойоштороуында Уразай ауылы урамдары таҙартылды. Байгилде ауылында иҫке ырҙын табағының кәртәләре һүтеп алынды.
Республиканың 100 йыллығы уңайынан уҙған көҙҙә Иҫке Янбай ауылындағы “Таҡыя тау” шишмәһе буйына 60 төп ағас ултыртылды. Иҫке Янбай ауыл биләмәһендә уҙған йылда “Урын­дағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” програм­маһында ҡатнашып, янғын һүндереү өсөн махсус тағылма алырға ҡарар иткәйнеләр. Был тәҡдим йыйында ҡатнашҡан ауыл халҡы тарафынан хупланды. Тағылманы алыуға урындағы бюджеттан да, халыҡ йыйған өлөш тә файҙаланылды.
— 640 мең һумға төшкән тағылма яуаплы эштә төп ярҙамсы булыр, тип ышанабыҙ. Техниканың барлыҡ мөмкинлектәрен эшкә егәсәкбеҙ, — ти биләмә башлығы.
Ауыл биләмәһе төнөн балҡып тора. Быйыл урам уттарын 65 урында ҡабыҙҙылар. Халыҡтың ихтыяжын ҡәнәғәтләндереү маҡсатында аҙнаның ике көнөндә Көндәшле йүнәлешенә “Башавто-транс” берекмәһенең маршрут автобусы йөрөй. Юл ыңғайындағы Уразай, Иҫке Янбай, Байгилде, Соҡалы, Иҫке Солтанғол ауылдарында йәшәү­селәргә район үҙәге Иҫке Балтасҡа барыу һәм ҡайтыу өсөн бик ҡулай ул.
Демография хәленә килгәндә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул һөйөнөрлөк түгел. Былтыр ауыл биләмәһендә туғыҙ сабый тыуған, туғыҙ кеше баҡыйлыҡҡа күскән. Ике никах теркәлгән. Өс-биш балалы ғаиләләр һаны — 15.


Уйҙары ла, эштәре лә уң


Ауылдарҙа йәштәр аҙ. Уразайҙа ике ғаилә яңы йорт төҙөй. Башҡа нигеҙ яңыртыусылар юҡ. Ҡасандыр гөрләп торған, тормош ҡайнаған төбәктәге ауылдарҙың “киләсәкһеҙ” статусы алыуы йөрәкте әрнетә. Шулай ҙа күңелдә өмөт уятырлыҡ яңылыҡтар ҙа бар. Быйыл Уразай ауылында яңы типовой фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөлә башлаясаҡ. Республика Ауыл хужалығы министрлығы хуплауы менән оло юл сатынан Иҫке Янбай ауылы фермаһына тиклем асфальт юл, тротуар эшләнәсәк, урамдар яҡтыртыласаҡ. Уйҙары яҡшы Рәзиф Мөбәрәк улының. Ауылдарға инвесторҙар йәлеп итеү, йәштәрҙе төпләндереү маҡсаты менән йәшәй, иң мөһиме, ауыл халҡының яҡлауын тоя.
Фәрзинә Фәтхелбаян ҡыҙы менән татыу ғаиләлә ике ҡыҙ һәм бер ул тәрбиәләп үҫтергән Ахуновтар. Ҡыҙҙарына юғары белем биреп, оло тормош юлына аяҡ баҫтырғандар. Клара Баш­ҡорт дәүләт аграр университетының иҡтисад факультетын тамамлаған, иптәше Динар менән бер ҡыҙ, бер ул үҫтерәләр. Әлеге көндә Өфөләге юл төҙөү компанияһында бухгалтер булып эшләй. Әлиә Башҡорт дәүләт медицина университетын тамамлап, акушер-гинеколог һөнә­ренә эйә булған. Иптәше Денис менән бер ҡыҙ үҫтерәләр. Әлиә Өфө ҡалаһының 4-се бала табыу дауаханаһында акушер-гинеколог булып эшләй. Улдары Артур ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев исемендәге кадет корпусында белем алып, уны бары тик “дүрт”ле һәм “биш”ле билдәләренә генә тамамлап, Өфө дәүләт авиация техник университетының хәрби уҡыу үҙәгенә уҡырға ингән. Теләге — киләсәктә осоусы булыу.
Фәрзинә Фәтхелбаян ҡыҙы 36 йыл мәктәптә уҡытыусы булып эшләй. Әлеге ваҡытта хаҡлы ялда. 87 йәшлек ҡәйнәһе улар тәрбиәһендә. Ейән­дәрен ҡарашырға ла ваҡыт таба Фәрзинә ханым. Йәй көндәрендә баҡсала йәшелсә, сәскәләр үҫтерә, ҡош-ҡорт ҡарай, аҙбар тулы мал-тыуар тота.
— Бына шундай мәшәҡәттәр менән көн үткәне һиҙелмәй ҙә ҡала, — ти Фәрзинә һәм Рәзиф Ахуновтар.

.

Балтас районы.
Читайте нас: