Биләмә халҡының ышанысын аҡлай ул.
Мишкә ауыл биләмәһе төбәктә иң ҙурҙарҙан һанала. Район үҙәген, Ленинский, Яңы Васькин, Иҫке Васькин, Ҡыйғаҙытамаҡ, Яңы Ключев һәм Восход ауылдарын үҙ эсенә алған биләмәгә тынғыһыҙ, талапсан, ғәҙеллекте беренсе урынға ҡуйған уҙаман – Рөстәм Ишмәкәев етәкселек итә.
Ул Әлфиә менән Әҙеһәт Ишмәкәевтәр ғаиләһендә 1988 йылда донъяға килә. Мәктәпте уңышлы тамамлағандан һуң, 2005 йылда Бөрө социаль-педагогия академияһына уҡырға инә. Уҡыу йортон тамамлағас, көс-ҡеүәте ташып торған Рөстәм Әҙеһәт улын Мишкә ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы урынбаҫары итеп эшкә саҡыралар. Һөнәрен яратып башҡара ул. Белемен камиллаштырыу ниәтендә Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһын, Башҡорт дәүләт университетының юридик факультетын тамамлай.
Заман менән бергә атлаған, яуаплы һәм рухлы егетте тиҙ арала күҙ уңына алалар, халыҡ та үҙ итә. 2015 йылда уға Мишкә ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы вазифаһын йөкмәтәләр. Эше ауыр, тынғыһыҙ булыуға ҡарамаҫтан, Рөстәм Әҙеһәт улы һөҙөмтәле эшмәкәрлек алып бара. Дүрт йыл эсендә Мишкә ауыл биләмәһендә күп эш башҡарыла, ауылдар күҙгә күренеп төҙөкләндерелә, урамдарҙа яңы юлдар һалына, төнгө ваҡытта уларҙы яҡтыртыу проблемалары хәл ителә. Район үҙәгендә “Әсә һәм бала” ял паркы барлыҡҡа килә. Әле сүп-сарҙы сығарыу мәсьәләһе яйға һалына.
Бер һүҙ менән әйткәндә, ауыл халҡы өсөн ҡыҫҡа ваҡытта күп яҡшы эштәр башҡарыла. Һәр кешенең проблемаһын хәл итергә тырышҡан, һәр кемдең фекерен тыңлай белгән йәш етәксе халыҡ араһында тиҙ арала хөрмәт яулай. Бер нисә йыл рәттән район хакимиәте тарафынан иғлан ителгән “Иң яҡшы ауыл биләмәһе” конкурсында Мишкә ауыл биләмәһенең беренсе урынды яулауы ла эш һөҙөмтәһен иҫбатлап тора.
– Мишкә ауыл биләмәһе – райондың йөҙө, шуға күрә һәр ваҡыт бар ерҙә тәртип булырға тейеш, тип иҫәпләйем. Халыҡ менән бергә булғанда, уның тауышын ишеткәндә генә, был яуаплы вазифаны уңышлы башҡарып була. Биләмә халҡы миңә ышаныс белдергәс, уларҙың көнкүреш шарттарын яҡшыртыу өсөн бар көсөмдө һаласаҡмын, – ти Рөстәм Ишмәкәев.
Рухлы егет халҡыбыҙҙың туған телен, мәҙәниәтен, йолаларын һаҡлау, үҫтереү буйынса ла күп эш башҡара. Күптән түгел ул Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Рәхмәт хаты менән бүләкләнде.
Беҙ, мишкәләр, арабыҙҙағы шундай шәп егеттәр менән сикһеҙ ғорурланабыҙ.