Биләмәлә эш “Заманса ҡала мөхите булдырыу” федераль проектына ярашлы, 2017 йылда уҡ башланғайны. Ул бер нисә этапта тормошҡа ашырылды.
Дүртөйлөләге Александр Матросов исемендәге паркты төҙөкләндереү дауам итә. Әлегә тиклем майҙандар билдәләнгән, туҡталҡаға, юлдарға, тротуарҙарға асфальт түшәлгән, ҡоймалар, яҡтыртҡыстар ҡуйылған, инженерлыҡ коммуникациялары үткәрелгән. Быйыл паркта эште аҙағына еткереү күҙаллана.
Радий Хәбиров паркты ҡарап сыҡты һәм төҙөкләндереү барышында бөтә талаптар үтәлергә тейеш, айырыуса балалар майҙансыҡтарының хәүефһеҙлегенә иғтибар биреү шарт, тип белдерҙе.
Әйткәндәй, яңыртылған паркта сәхнә, спорт майҙансығы барлыҡҡа киләсәк.