Бер нисә көн элек кенә танылған композитор Игорь Крутойҙың юбилейында дәртле баҫып бейеп йөрөгән ҡатындың кинәт вафат булыуы (оҙайлы яман сир инфарктҡа килтергән) шоу-бизнес вәкилдәре өсөн ҙур юғалтыу. Бәғзе берәүҙәр был ваҡиғала мистик үҙенсәлектәр ҙә күрә: әйтеүҙәренсә, Вербер быйыл яҙ йәшләй вафат булған Юлия Началованың яҡын әхирәте булған, уны тормошта һәм сәхнәлә матур итеп кейендерергә ярҙам иткән. Һәр хәлдә матбуғат сараларында “Началова әхирәтен үҙ эргәһенә алды. Әле үткән ҡыш ҡына улар икәүләп ЦУМ-да күркәм кейем һайлаһа, йәй аҙағына икеһе лә юҡ”, – тигәнерәк хәбәрҙәр күренә башланы.