Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
8 Август 2019, 20:34

Ишембай депутаттарының да башҡорт телендә тәүге ултырышы үтте

Ултырыш эшендә Ишембай районы хакимиәте башлығы Азамат Абдрахманов, уның урынбаҫарҙары ҡатнашты. Ишембай район-ара прокуратураһы, киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре һәм башҡалар саҡырылды.

"Торатау" гәзитенән
Ултырыш эшендә Ишембай районы хакимиәте башлығы Азамат Абдрахманов, уның урынбаҫарҙары ҡатнашты. Ишембай район-ара прокуратураһы, киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре һәм башҡалар саҡырылды.
Көн тәртибенә ярашлы, иң беренсе һүҙ Ишембай районда һайлауға әҙерлек барышы тураһында барҙы. Был хаҡта район территориаль һайлау комиссияһы рәйесе урынбаҫары Ләлә Сәйетгәрәева сы4ыш яһаны. Район Советы секретары Рәмил Абдуллин район Советы депутаттарының килем, сығым, милек һәм милек характерындағы йөкләмәләре тураһында белешмә биреү буйынса үткәрелгән анализ һөҙөмтәләре тураһында һөйләне.
Ултырыштың көн тәртибендәге өсөнсө һорау буйынса 6-сы һайлау округы буйынса Башҡортостан Республикаһы Ишембай районы Советы депутаты Вәдүт Исхаҡовтың эшмәкәрлеге тураһында отчеты тыңланды.
Ишембай районы Ишәй ауыл биләмәһенең генераль планына үҙгәрештәр индереүҙе раҫлау тураһында Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығының Ишембай районы һәм Ишембай ҡалаһы буйынса милек менән идара итеү комитеты рәйесе вазифаһын башҡарыусы Әнүр Рәхимов сығыш яһаны.
Депутаттар ултырышта ҡаралған мәсьәләләр буйынса тейешле ҡарарҙар ҡабул итте.