Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
8 Август 2019, 18:14

Әҡсән Тутаев кеүектәр донъяны матурлай

Төҙөүселәр көнө айҡанлы, республика етәксеһе бер төркөм хеҙмәт алдынғыларына дәүләт наградалары тапшырҙы.

Төҙөүселәр көнө айҡанлы, республика етәксеһе бер төркөм хеҙмәт алдынғыларына дәүләт наградалары тапшырҙы.


Радий Хәбиров, бүләкләнеүселәрҙе ҡотлап, бөгөн төҙөүселәрҙең республикабыҙҙың йөҙөн билдәләүгә, дәүләт программаларын ғәмәлгә ашырыуға, иҡтисадты һәм социаль өлкәне үҫтереүгә ҙур өлөш индереүе хаҡында әйтте, уңыш теләне.


– Һеҙ был бүләккә оҙаҡ йылдар төҙөлөш тармағында тир түгеп, үҙегеҙҙең намыҫлы хеҙмәтегеҙ менән лайыҡ булдығыҙ, – тине ул. – Һәр берегеҙ йәш быуын өсөн өлгө күрһәтә. Бында билдәле архитекторҙар, етәкселәр, төҙөүселәр, проектлаусылар, ташсылар, буяусылар йыйылған. Арағыҙҙа "Ремонт-төҙөлөш төркөмө" йәмғиәте директоры Әҡсән Тутаев та бар. Уның етәкселегендәге предприятие тотош Әбйәлил районын төҙөкләндереүҙә ҙур эш алып бара. Улар йорттар төҙөйҙәр, биналарҙы ремонтлайҙар.


Әҡсән Ғәли улы өлгөлө хеҙмәте өсөн "Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған төҙөүсеһе" тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды.


Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.


Читайте нас: