Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
8 Август 2019, 12:46

Әсәнең йәне юҡтыр...

Ҡазандың Нурихан Фәттәх урамындағы йорттарҙың береһендәге фажиғә ҡала халҡын тетрәндерҙе. Туғыҙ айлыҡ бәпесте үлтереү буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылды.

nastol.com.ua
Ҡазандың Нурихан Фәттәх урамындағы йорттарҙың береһендәге фажиғә ҡала халҡын тетрәндерҙе. Туғыҙ айлыҡ бәпесте үлтереү буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылды.
Төндә фатирҙа туҡмалыуҙан һәм башы имгәнеүҙән һәләк булған сабыйҙың кәүҙәһе табылған. Мәғлүмәттәрҙән күренеүенсә, баланың әсәһе эргәһенә таныш ир килгән. Ҡатын кеше, сабыйын уға ышанып ҡалдырып, магазинға киткән. Ҡыҙыҡай көйһөҙләнә башлағас, ир уны туҡмарға тотонған.
Ҡатын өйөнә ҡайтҡас, сабый тәнендә яра, туҡмалыу эҙҙәрен күрһә лә, дауаханаға мөрәжәғәт итергә уйламаған. Бер нисә сәғәттән сабый вафат булған.
Әсә кешенең ғәмһеҙлеге башҡа һыйырлыҡ түгел, йәне юҡтыр...