Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
8 Август 2019, 15:33

Смартфонға айыу майы һөрткән дә...

Өфө ҡалаһынан 28 йәшлек "сос" егет, смартфон, планшет, кеҫә телефондары ремонтлайым тигән булып, халыҡтан ҡиммәтле техника йыйып алып, һуңынан хужаларына кире ҡайтармаған.

Өфө ҡалаһынан 28 йәшлек "сос" егет, смартфон, планшет, кеҫә телефондары ремонтлайым тигән булып, халыҡтан ҡиммәтле техника йыйып алып, һуңынан хужаларына кире ҡайтармаған.


Бөгөн хәйләкәр егеттең биш кешенең әйберенә айыу майы һөртөүе билдәле булған. Етмәһә, ҡайһы бер кешеләрҙән ремонт өсөн тип алдан аҡсаның бер өлөшөн дә алған. Зыяндың дөйөм хаҡы 50 мең һумдан ашыу тәшкил итә.


Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө районы буйынса енәйәт тикшереү бүлеге хеҙмәткәрҙәре ғәйепләнеүсенең эҙенә төшөп, ҡулға алғандар. Ул полициянан Ҡазан ҡалаһында йәшенеп йөрөгән булған.


Егет ғәйебен таныған, әле был хәл буйынса тикшереү бара.


фото: 1tulatv.ru
Читайте нас: