Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
8 Август 2019, 20:15

Сусҡаларҙы вайымһыҙлыҡ һәләк иткән

Төмән өлкәһендәге сусҡасылыҡ комплекстарының береһендә бер юлы меңәрләгән сусҡа һәләк булған.

Төмән өлкәһендәге сусҡасылыҡ комплекстарының береһендә бер юлы меңәрләгән сусҡа һәләк булған.


Асыҡланыуынса, Седикин ауылында урынлашҡан Мичурин сусҡасылыҡ компанияһы малдарын электр тогы һуҡҡан.


Фажиғәнән алда көслө ел сыҡҡан, ферманан йыраҡ түгел электр сымдары өҙөлгән. Авария эҙемтәләрен бөтөргәнсе, улар еүеш ерҙә ятҡан.


Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, сымдар буйлап электр тогы фермаға килеп еткән һәм хайуандарҙы һәләк иткән.


Табиптар үлгән малдарға тикшереү үткәргән, уларҙа инфекциялы сирҙәр табылмаған.


Фото: mail.ru
Читайте нас: