Башҡортостан
-9 °С
Ҡар
VK
OK
РУС
Telegram
Дзен
Бөтә яңылыҡтар
10
Йәмғиәт
9 Август 2019, 16:45
Аҡса эшләүҙең яңы төрөн тапҡандар...
Стәрлетамаҡ ҡалаһының хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре 45 һәм 42 йәшлек ике ирҙе муниципалитет мөлкәтен урлауҙа ғәйепләй. Ҡала хакимиәтенә уғрылар 12 мең һумлыҡ зыян килтергән.
Стәрлетамаҡ ҡалаһының хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре 45 һәм 42 йәшлек ике ирҙе муниципалитет мөлкәтен урлауҙа ғәйепләй. Ҡала хакимиәтенә уғрылар 12 мең һумлыҡ зыян килтергән.
Полиция хеҙмәткәрҙәре ҡала буйлап рейд барышында сигнал жилеттар кейгән ике ирҙең юл буйындағы металл ҡоймаларҙы бысып, машина багажнигына тейәп торғандарын күреп ҡала. Еңел аҡса эшләүселәр полиция хеҙмәткәренең уларҙы күҙәтеп тороуын һиҙеп, тиҙ генә машинаға ултырып ваҡиға урынынан һыпырта. Әммә ҡуҙғалып киткәндән һуң уғрыларҙың береһе машинанан ырғып төшөп ҡала һәм полициянан йәшеренергә уйлай. Тик уны хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре тотоп ала. Бер нисә сәғәттән һуң руль артындағыһын да ҡулға алалар, ул ошо ваҡыт эсендә урланған металды урманға йәшереп өлгөрә.
Аҙаҡ асыҡланыуынса, бурҙар урлаған металды металл ҡабул итеү пунктына тапшырып, аҡса эшләргә уйлағандар. Ә башҡаса аҡса табыу юлын уйлап ҡараманылармы икән, ҡыҙыҡ.
Фото: dpchas.com.ua
Читайте нас:
Новости партнеров
1 ғинуарҙа саҡ үлемдән ҡалған
Соңгы кыңгырау кайчан яңгыраячак?
«Бумага» не сдаётся
Дуҫтар! Беҙҙең телеграм-каналға яҙылығыҙ!
Өфө һәм Башҡортостан тураһында яңылыҡтар — һеҙҙең смартфонда.