Башҡортостандан 18 йәшлек егет 57 йәшлек Смоленск ҡалаһы кешеһен үлтереүҙә ғәйепләнә.
Смоленск өлкәһенең Тикшереү комитетының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, 2019 йылдың апрелендә бер нисә кешенән торған компания иҫерткес эсемлектәр эсә. Тик ни сәбәптәндер 57 йәшлек ир менән 18 йәшлек Башҡортостан егете араһында низағ ҡуба, йәш егет күп уйлап тормай, оло иптәшен ныҡ итеп туҡмай. Һөҙөмтәлә, ауыр тән йәрәхәттәренән Смоленск кешеһе ваҡиға урынында һәләк була.
Суд ҡарары менән Башҡортостан егетен биш йылға төрмәгә ябалар. "Ҡунаҡ булһаң, тыйнаҡ бул", - тигән башҡорт халыҡ мәҡәлен, күрәһең, беҙҙең яҡташ белмәгәндер инде.