Башҡортостан
-5 °С
Болотло
VK
OK
РУС
Telegram
Дзен
Бөтә яңылыҡтар
10
Йәмғиәт
9 Август 2019, 21:00
Серәкәй кемде “ярата”?
Томск ҡалаһы ғалимдары серәкәйҙәрҙең ни өсөн берәүҙәрҙе “яратыуы”, икенселәрҙе “яратмауын” фән нигеҙендә иҫбатлаған.
Томск ҡалаһы ғалимдары серәкәйҙәрҙең ни өсөн берәүҙәрҙе “яратыуы”, икенселәрҙе “яратмауын” фән нигеҙендә иҫбатлаған.
Күп тикшеренеүҙәрҙән һуң бөжәктәрҙең I ҡан төркөмөнә эйә булғандарҙы нығыраҡ тешләүе тураһындағы теорияны йәнә раҫлаған. Тәү тапҡыр ғалимдар был асышты 1972 йылда яһағайны.
I ҡан төркөмөнә ҡараған кешеләр универсаль донор булып тора һәм серәкәйҙәр өсөн был ҡан тибы ылыҡтырғыс. Ҡан тибынан тыш, был ҡан эскестәрҙе метаболизм кимәле, тән температураһы, әүҙем ҡан әйләнеше, тән, тир еҫе үҙенә йәлеп итә. Серәкәйҙәр аҙыҡ сығанағын билдәләү өсөн углекислый газды файҙалана. Шуға күрә кемдең метаболизм кимәле юғарыраҡ, ул серәкәйҙәрҙең һөжүменә нығыраҡ дусар була.
Барыһынан да элек улар йөклө ҡатындарҙы, һимеҙҙәрҙе, физик хеҙмәт менән шөғөлләнгәндәрҙе “ярата”. Өҫтәүенә был ҡан эскес бөжәктәр яңы шарттарға тиҙ яраҡлаша һәм химик средстволарға тотороҡлоҡ һаҡлай.
Фото: Misanes.ru
Читайте нас:
Новости партнеров
1 ғинуарҙа саҡ үлемдән ҡалған
На уровне молекул
“Ана капиталы” акчасы калган иде
Дуҫтар! Беҙҙең телеграм-каналға яҙылығыҙ!
Өфө һәм Башҡортостан тураһында яңылыҡтар — һеҙҙең смартфонда.