Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Август 2019, 21:45

Тағы ла үгәй атай көсләгән...

Краснодар крайында бәлиғ булмаған ҡыҙҙы көсләүсене эҙләйҙәр. Был шаҡ ҡатырлыҡ ваҡиға Приморск-Ахтарск районының Бриньковский станицаһында теркәлгән.

Краснодар крайында бәлиғ булмаған ҡыҙҙы көсләүсене эҙләйҙәр. Был шаҡ ҡатырлыҡ ваҡиға Приморск-Ахтарск районының Бриньковский станицаһында теркәлгән.
Ошо ауылда йәшәүсе 37 йәшлек Роман Шилов икенсе ҡатынға өйләнә, шулай уҡ ҡатындың тәүге иренән 13 йәшлек ҡыҙы ла улар менән йәшәй.


Асыҡланыуынса, 3 августа кис көнө ҡатынының өйҙә булмауынан файҙаланып, "һөйөклө" үгәй атай, 13 йәшлек ҡыҙҙы уятып, ҡысҡырһаң йә әсәйеңә өндәшһәң үлтерәм, тип янап, яҡлауһыҙ ҡыҙҙы мәсхәрәләй.


Икенсе көндө ҡыҙыҡай аяныслы хәл тураһында әсәһенә хәбәр итә. Әсә кеше шунда уҡ хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәренә ғариза менән мөрәжәғәт яһай. Әммә ғәйепләнеүсе эҙһеҙ юғала. Ирҙе федераль эҙләүгә биргәндәр, бынан тыш уға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған.


Фото: novosti.in.ua






Читайте нас: