Башҡортостан Республикаһының дәүләт архив хеҙмәтенә – 100 йыл.
Архивтарҙа һаҡланған тарихи мираҫ асылда ил-төбәк йылъяҙмаһын, халыҡ хәтерен кәүҙәләндерә. Башҡортостан Республикаһының архив хеҙмәте барлыҡҡа килеүгә августа бер быуат була. Ошо иҫтәлекле дата айҡанлы дәүләт һәм йәмғиәт тормошонда ҙур роль уйнаған архивтарҙың әһәмиәте, атап әйткәндә, төп архивыбыҙҙың үткәне һәм бөгөнгөһө хаҡында Башҡортостан Республикаһының Милли архивы директоры Ғ. Ғ. Хәйритдинов менән әңгәмә ҡорҙоҡ.
– Ғәли Ғәләүитдин улы, тәүге документтарҙың боронғо быуаттарҙа уҡ барлыҡҡа килеүе һәр кемгә мәғлүм – архивтарҙа һаҡланған ошо ҡиммәтле яҙмалар замандар һулышын беҙгә еткерә. Ә ни өсөн һуң Башҡортостан архив хеҙмәтенең 100 йыллыҡ юбилейы 11 августа билдәләнелә?
– Эйе, һеҙ хаҡлы. Ысынлап та, бик боронғо яҙмалар бер нисә мең йыллыҡ тарихҡа эйә. Ә Рәсәйҙә архив хеҙмәте дәүләтселеккә нигеҙ һалынған дәүерҙә барлыҡҡа килә. Петр I батшалыҡ иткән заманда архив хеҙмәте хаҡында тәүге ҡанундар ҡабул ителә. XX быуат баштарына тиклем һәр ойошма, учреждение документтарын үҙендә һаҡлаған, шунлыҡтан ҡайһы бер мөһим яҙмалар тәләф ителгән. Мәҫәлән, 1759 йылда янғын ваҡытында Өфө архивындағы байтаҡ документ юҡҡа сыға. Бындай күңелһеҙ хәлдәр даими булып тора, шуға күрә архив һаҡлағыстарҙы артабан таш йәки кирбестән төҙөргә ҡарар ителә.
Совет власы, архив өлкәһендә тәртип булдырыу маҡсатында, берҙәм дәүләт органы төҙөү буйынса ҙур эш йәйелдерә. В.И. Ленин 1918 йылдың 1 июнендә “Архив эшен үҙгәртеп ҡороу һәм үҙәкләштереү хаҡында”ғы декретҡа ҡул ҡуя. Нәҡ ошо норматив акт, илебеҙҙә архив эшен дәүләт ҡарамағына күсереп, документтарҙы тейешенсә һаҡлауҙы төп бурыс итеп билдәләй.
Былтыр Рәсәйҙә дәүләт архив хеҙмәте барлыҡҡа килеүгә 100 йыл тулды, ошо айҡанлы илебеҙҙә, шулай уҡ беҙҙең республикала ғилми-ғәмәли конференциялар, күргәҙмәләр, конкурстар һәм башҡа саралар ойошторолдо.
1919 йылдың 11 авгусында РСФСР-ҙың Баш архив идаралығы коллегияһы Өфө бүлексәһен булдырыу хаҡында ҡарар ҡабул итә, һәм ошо бурысты үтәү өсөн Башҡортостанға вәкил итеп революционер Б.А. Гинзбург-Кольцов ебәрелә. Бына ошо дата, йәғни Рәсәй архивының Өфө губернаһындағы бүлексәһен төҙөү хаҡында документҡа ҡул ҡуйылған көн Башҡортостан дәүләт архив хеҙмәтенең тыуған көнө тип иҫәпләнә.
– Һеҙ әле Өфө губернаһының архивы нисек төҙөлөүе хаҡында бәйән иттегеҙ. 1917 йылда уҡ мөхтәриәт яулауға ынтылып, ниһайәт, 1919 йылдың мартында автономия алыуға ирешкән Бәләкәй Башҡортостанда архив мәсьәләһе нисек торҙо икән?
– Ысынлап та, уҙған быуаттың 1919 – 1922 йылдарында Башҡортостан биләмәһендә Өфө губернаһы һәм Бәләкәй Башҡортостан була. 1920 йылдың 18 мартында Башҡорт совет республикаһының Ваҡытлы революция комитеты президиумы ултырышында Әхмәтзәки Вәлидовтың тәҡдиме менән йәш республиканың үҙ архивын төҙөү хаҡында ҡарар ҡабул ителә. 1922 йылда инде, Өфө губернаһы юҡҡа сығарылып, уның биләмәһе Башҡорт республикаһы составына индерелгәс, Өфө архив бүлексәһен БАССР-ҙың Үҙәк архивына ҡушалар.
Шул ҡатмарлы дәүерҙә лә, Граждандар һуғышы барған ваҡытта, Башҡортостан етәкселәре архив эшен тейешенсә ойоштороуҙы үтә мөһим дәүләт бурысы тип иҫәпләгән. Уларҙың хәстәрлеге арҡаһында бик күп архив документтары һаҡлап алып ҡалына. Был йәһәттән беҙ айырыуса күренекле дәүләт эшмәкәре Шәһит Хоҙайбирҙинға бурыслыбыҙ: Башҡортостан коммунистарына мөрәжәғәт итеп, ул партия тарихы һәм революция хәрәкәтенә бәйле документтарҙы – ҡулъяҙмалар, листовкалар, фотоһүрәттәр һ.б. махсус бюроға ебәреүҙе үтенә.
– Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында архив хеҙмәтенең эшмәкәрлеге лә күптәрҙе ҡыҙыҡһындыра, тип уйлайым.
– Илебеҙ тарихындағы иң фажиғәле, иң ауыр осор, әлбиттә, архивтар өсөн дә һынау йылдары була. Һуғыш башланыр алдынан, 1939 йылда, Башҡорт АССР-ының Үҙәк дәүләт архивы республиканың Эске эштәр халыҡ комиссариаты ҡарамағына күсерелә. Һуғыштың тәүге йылдарында уҡ Башҡортостан архивы Өфөгә эвакуацияланған СССР-ҙың Халыҡ комиссариаттары, үҙәк учреждениелары архивтарын ҡабул итеү буйынса ғәйәт ҙур эш башҡара.
– Заманалар һынауын уңышлы үтеп, исемен үҙгәртһә лә, асылын юғалтмаған республикабыҙҙың төп архивының бөгөнгөһө нисек?
– Ысынлап та, ил кисергәнде архивтар ҙа кисерә. Әммә бөгөн республиканың төп архив учреждениеһы булып иҫәпләнгән Милли архив ышаныслы аҙымдар менән алға бара. Әле беҙҙең архив кәштәләрендә 13 меңдән ашыу фонд һәм 2,6 миллион эш иҫәпләнелә. Көн һайын 30-40-лап кеше төрлө үтенестәр менән архивҡа мөрәжәғәт итә. Мәҫәлән, хаҡлы ялға сығыусылар, эш стажы, хеҙмәт хаҡы тураһында мәғлүмәт юллап, фәҡәт беҙгә килә. Үҙ нәҫел-нәсәбе менән ҡыҙыҡһынып, архив документтары менән танышырға теләүселәр ҙә йылдан-йыл арта бара. Ошо ихтыяжды иҫәпкә алып, 2017 йылда Шәжәрә үҙәге төҙөнөк – был хеҙмәткә мөрәжәғәт итеүселәргә беҙ бай йөкмәткеле шәжәрәләр эшләп бирәбеҙ.
Иң мөһиме – архив хеҙмәткәрҙәрен күптән борсоған иң ҙур проблемаларҙы республикабыҙ етәкселеге ыңғай хәл итте: беренсенән, йыл башынан хеҙмәткәрҙәрҙең эш хаҡы шаҡтай арттырылды, икенсенән, Милли архив өсөн “Башинформсвязь” йәмғиәтенең Гоголь урамындағы буш торған бинаһы һатып алынды, өсөнсөнән, документтарҙы цифрлаштырыу өсөн ҡыйбатлы сканерҙар һәм башҡа кәрәкле ҡорамалдарға эйә булдыҡ. Бынан тыш, К. Маркс урамындағы төп бинала капиталь ремонт башҡарылды – хәҙер ул заманса төҫ алды. Ошо көндәрҙә Совет һәм Индустриаль урамдарында урынлашҡан архив һаҡлағыстарҙы ла ремонтларға тотондоҡ. Был эштәрҙе атҡарыу өсөн, әлбиттә, ҙур сығымдар талап ителә. Архивтар хаҡында оло хәстәрлек күргәне өсөн Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенә беҙ, барлыҡ архив хеҙмәткәрҙәре, бик рәхмәтлебеҙ. Хәҙер инде тарих менән ҡыҙыҡһыныусылар, туҙан йотоп, ҡалын-ҡалын архив төпләмәләрен аҡтарып ултырмай – уҡыу залында урынлаштырылған компьютерҙар ярҙамында һәр кем үҙен ҡыҙыҡһындырған мәғлүмәттәрҙе таба ала.
Шул да мәғлүм булһын: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат палатаһы 2015 йылда Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ҡарары нигеҙендә бүлек сифатында Милли архивҡа ҡушылды. Ул тиҙҙән Октябрь проспектынан Гоголь урамындағы яңы бинаға күсәсәк.
– Оло юбилей оло эштәр талап итә. Был йәһәттән Милли архив бөгөнгө көндә ниндәй саралар уҙғара?
– Республика архив хеҙмәтенең 100 йыллығын билдәләү тураһында Башҡортостан Хөкүмәте былтыр ҡабул иткән ҡарарға ярашлы, байтаҡ саралар уҙғарылды ла инде: гәзит-журналдарҙа мәҡәләләр донъя күрҙе, радио-телевидениела сығыштар булды, бер нисә ғилми-ғәмәли конференция, күргәҙмәләр ойошторолдо. Башҡортостан архивының бай тарихы хаҡында юбилей китабы, Милли архив фондтары тураһында белешмә донъя күрҙе, календарҙар нәшер ителде, Башҡортостан телевидениеһы ярҙамында республика архивы тарихы һәм шәжәрә тураһында документаль фильмдар төшөрҙөк.
Уҡыусылар һәм йәштәр араһында үткәрелгән “Ырыуым йылъяҙмаһы – халҡым тарихында” һәм “Башҡортостан шәхестәре шәжәрәләре” тип аталған ғилми-тикшеренеү конкурстары айырыуса әһәмиәтле һәм иҫтә ҡалырлыҡ булды. Сираттағы III асыҡ республика конкурсы Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллыҡ юбилейына арнала. Яңы уҡыу йылы башланыу менән, өлкән класс уҡыусылары, студенттар һәм йәштәр яугир олатайҙары, тыл хеҙмәтсәндәре булған өләсәйҙәре тураһында төплө фәнни эштәр башҡарыр һәм ҡәҙерле кешеләренең шәжәрәләрен эшләр, тип ышанабыҙ. Был конкурс хаҡында мәғлүмәт, һәр йылдағыса, ошо көндәрҙә район-ҡала хакимиәттәренә һәм министрлыҡтарға ебәреләсәк.
Йәнә шуны әйтеп үтергә кәрәк: Башҡортостан дәүләт архив хеҙмәтенең 100 йыллығы айҡанлы май айында “Торатау” конгресс-холында республикабыҙҙың барлыҡ муниципаль архивтары, төрлө министрлыҡ, ведомство вәкилдәре ҡатнашлығында тантаналы сара уҙғарылды. Октябрь айында беҙҙе йәнә оло юбилейға арналған мөһим сара көтә: Волга буйы федераль округына ҡараған төбәктәрҙең архив етәкселәре сираттағы фәнни-методик совет ултырышына Өфөлә йыйыласаҡ. Әле уға әҙерләнеү эштәре менән мәшғүлбеҙ.
– Күптәрҙе шул һорау ҡыҙыҡһындыра: архивта һаҡланған барлыҡ документтар менән дә танышып буламы? Тарихсылар, журналистар, ғөмүмән, ябай кешеләр өсөн сикләү (табу) юҡмы?
– “Рәсәй Федерацияһында архив эше хаҡында” Закон дәүләт архивтарында һаҡланған документтарҙы файҙаланыу тәртибен билдәләй, беҙ ошо ҡанунға таянып эш итәбеҙ. Уға ярашлы, һәр кем, архивҡа килеп, ирекле рәүештә үҙен ҡыҙыҡһындырған документ менән таныша ала. Ләкин айырым сикләүҙәр ҙә бар: улар дәүләт сере грифы менән һаҡланған документтарға ҡағыла. Әммә бындай яҙмалар әкренләп йыл һайын әйләнешкә индерелә бара. Дәүләт сере сағылыш тапҡан документтар – 30, ә инде шәхестәрҙең тормошона бәйле конфиденциаль мәғлүмәтте үҙ эсенә алған яҙмалар 75 йыл үткәс кенә йәмәғәтселек иғтибарына сығарыла.
– Тарихи мираҫты күҙ ҡараһылай һаҡлаған архивтарһыҙ йәмғиәтте күҙ алдына ла килтереп булмай. Уларҙың киләсәге хаҡында ни әйтер инегеҙ?
– Дәүләттең генә түгел, муниципаль район һәм ҡала округтары, предприятиелар, ойошмалар, хатта ғаиләләрҙең дә үҙ архивтары бар. Тарихи-социаль йәһәттән ҙур әһәмиәткә эйә булған яҙмаларҙы ҡәҙерләп һаҡлап, уларҙы артабанғы быуындарға еткереү – барыбыҙ өсөн дә изге бурыс. Илебеҙ, республикабыҙ һәм тыуған яҡ тарихы хаҡында бай мәғлүмәттәр, ҡиммәтле яҙма ҡомартҡылар һаҡлаған архивтар, һис шикһеҙ, киләсәктә лә дәүләтебеҙҙең ышаныслы терәге – мәғлүмәти ҡалҡаны булып ҡаласаҡ.
– Ғәли Ғәләүитдин улы, ҡыҙыҡлы әңгәмә өсөн һеҙгә ҙур рәхмәт! Оло юбилей менән барлыҡ архив хеҙмәткәрҙәрен ихлас тәбрикләйбеҙ, эштәрегеҙ артабан да ырамлы барһын!