Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Август 2019, 22:59

Ямаулы кейем нимә хаҡында һөйләй?

Бәлки, баш ҡала кешеләре иғтибар итер был инәйгә?

Фото: news 102
Фото: news 102
Аллаға шөкөр, баш ҡалала йәмәғәт транспорты хәрәкәте яйға һалынды, шикелле. "Алға" транспорт картаһы менән дә халыҡ иркен файҙалана. Иң уңайлыһы - маршруткаларҙа ла ҡулыңды кеҫәгә тығып, аҡса эҙләп торорға кәрәкмәй. Банк картаһы менән түләп була, тип аңланым. Төрлө карталар һуҙҙы пассажирҙар водителгә, барыһы ла үтте. Һәр хәлдә Сбербанк, Россельхозбанк карталары менән түләнеләр.
Ул арала бер туҡталышта автобусҡа бик хәйерсе кейенгән инәй инде. Салон буйлап күҙ йүгертте. Күрше эскәмйәгә ултырҙы. Янындағы ҡатын шунда уҡ екһенеп, тороп китте. Уға тағы башҡалар ҡушылды: имеш, был асарбаҡ бында нисек килеп ингән, төшөрөп ҡалдырығыҙ, салонға еҫ тулды...
Дөрөҫөн әйткәндә, инәй бысраҡ кейемдә түгел ине. Унан еҫ тә аңҡып торманы. Бары тик кейемдәре ямаулы ине. Түҙмәнем, инәйҙе яҡлаштым. Шәп булып күренергә тырышып яҙмайым быны. Иманым камил, күптәрегеҙ шулай итер ине. Йома көн бит, юл хаҡын да икебеҙ өсөн түләнем. Риза булып йылмайҙы инәй. "Асарбаҡ түгел мин, балаларым да бар. Тик йыраҡта торалар. Һирәк күрешәбеҙ. Шул арҡылы газға түләтәбеҙ тип инеп, фатир документтарыма ҡул ҡуйҙырып алып сығып киттеләр. Таныш ҡатында торам. Баҙарға сығып һатыу иткән булам." - тине инәй.
Туҡталышым килеп етте, тағы бер аҙ аҡса тоттороп сығып китеүен киткәнмен, әммә инәйҙең кемлеген дә һорарға онотҡанмын. 29 маршрутына ултырып, ҡайҙа китеп барҙы икән? Теге танышынамы? Балаларына, бәлки, хәбәр итергәлер? Бәлки, баш ҡала кешеләре иғтибар итер был инәйгә?
Шуныһы үкенесле, автобустағы халыҡ уны һүгергә тотондо. Беҙ һәр бәләлә башҡаларҙы ғәйепләп өйрәндек, ахырыһы. Бында килеп тә башҡалар тәртип урынлаштырырға тейешме? Һәр кем үҙ ҡылығы, һүҙе өсөн үҙе яуаплы булһа ине. Көсһөҙөрәкте табып, уға ташлана ғына беләбеҙ һымаҡ тойолдо миңә.
Читайте нас: