Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Август 2019, 21:15

Юнир Салауатов ниңә мыйыҡ үҫтерә?

Күптәнән ошо хаҡта белгем килә ине. Юнир ағайҙы бер күргәндә түҙмәнем, уңайһыҙыраҡ булһа ла, үҙенән ошо хаҡта һораным. Ул ни бер ҙә аптыраманы, кинәнеп китеп, үҙенең мыйығы менән маҡтана башланы.

Күптәнән ошо хаҡта белгем килә ине. Юнир ағайҙы бер күргәндә түҙмәнем, уңайһыҙыраҡ булһа ла, үҙенән ошо хаҡта һораным. Ул ни бер ҙә аптыраманы, кинәнеп китеп, үҙенең мыйығы менән маҡтана башланы.


– Һеңлем, был һорауыңа яуап бирер алдынан ҡатын-ҡыҙҙарҙың үҙенән: "Ниңә һеҙ ҡаш, керпек буяйһығыҙ?" – тип һорар инем. Ә ниңә мыйыҡ үҫтерәм? Ул миңә килешә! Сәхнәлә артист булып сығыш яһағанда ул имиджым булып торҙо. Әйткәндәй, артист кеше үҙенең ҡиәфәте менән башҡаларҙан айырылып торорға тейеш. Шулай уҡ репертуарыңдың стиле, формаһы, йөкмәткеһе буйынса ла оҡшашлыҡтарға юл ҡуйырға ярамай. Әҙәби әҫәрҙәр яҙа башлағас, мин уларҙың фәлсәфәһе булырға тейешлеген дә аңланым. Хәсән Назар, Ирек Кинйәбулатов, Марат Кәримов, Сабир Шәрипов, Таңһылыу Ҡарамышева кеүек ҡәләм оҫталары мине яҙырға өйрәтте тип әйтер инем. Улар менән аралашып, һәр әҫәрҙең йөкмәткеһе, мәғәнәле фекере булырға тейешлегенә өйрәндем. Шуға ла миңә тамашасым: "Һин уҡытыусы кеүек сығыш яһайһың", – тип әйтә ине. Ә мыйыҡҡа килгәндә, унан йәш саҡтан айырылған юҡ. Ашарға ҡамасауламай, әгәр театрҙа эшәләһәм, бөтә ошондай сифатҡа эйә булған геройҙар минеке булыр ине, – тип теҙеп китте һүҙ оҫтаһы.


Юнир ағай мыйыҡты ҡарауы еңел булмауы, шулай ҙа уның бик тыңлаулы булыуы хаҡында ла серҙәре менән уртаҡлашты. "Өҫкә һыйпаһаң, өҫкә ҡарай, аҫҡа һыйпаһаң, аҫҡа ҡарай", – тип бик маҡтап һөйләй. Әйткәндәй, ҡатыны ла уның "милли һыҙатын" сағылдырған мыйығын тәрбиәләшә икән. "Матур итеп йөрөт, тырпайып тормаһын, кеше араһында йөрөйһөң бит", – тип ул иренең мыйыҡтарын махсус тараҡ менән тарап, буяп, хатта лак менән ҡатырып ҡуя икән.


Юнир ағайҙың һөйләгәндәре ысынмы-бушмы икәнлеге, әлбиттә, билдәһеҙ, әммә ул киләсәктә лә был ғорурлығынан айырылмаясағын белдерҙе.


Автор фотоһы.
Читайте нас: