Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Август 2019, 17:41

12 йыл буйы тик ҡыҙҙар ғына тыуған ауыл ҡайҙа?

Ышанаһығыҙмы, юҡмы, ә донъяла ошондай ауыл бар икән. Унда элек-электән башлыса ҡыҙҙар ғына донъяға килһә, һуңғы 12 йыл эсендә бөтөнләй бер малай ҙа тыумаған!

Инстаграм
Инстаграм
Ышанаһығыҙмы, юҡмы, ә донъяла ошондай ауыл бар икән. Унда элек-электән башлыса ҡыҙҙар ғына донъяға килһә, һуңғы 12 йыл эсендә бөтөнләй бер малай ҙа тыумаған! Ул Польша менән Чехия сигендә урынлашҡан Мейсце-Оджанськое тип аталған ҙур булмаған ауыл. Унда 300 самаһы кеше йәшәй, уларҙың күпселеге ҡатын-ҡыҙ.
Ауылдың старостаһы Раймунд Фришко белдереүенсә, был ғәжәп хәл һуңғы 12 йыл ғына дауам итмәй, ә электән килә. Архив документтарын өйрәнеп һәм урындағы аҡһаҡалдар менән аралашып, староста шуны асыҡлаған: ҡыҙҙар ситкә китһә, малай таба, ауылда йәшәргә ҡалһа, тик ҡыҙҙары ғына тыуа. Шуға күрә бындағы ҡатын-ҡыҙ ир эҙләп күрше ауыл һәм ҡалаларға китергә мәжбүр икән.
Ошо феномен менән ғалимдар ҡыҙыҡһына башлаған. Варшава университеты ғалимдары был урынды ныҡлап өйрәнмәксе. Улар фекеренсә, сәбәптәр төрлө булыуы ихтимал. Мәҫәлән, ауылда бөтәһе лә бер-береһенә алыҫ туғандар һәм никахҡа ингәс, был генетик "боҙоҡлоҡҡа" килтерә. Бәлки, ваҡиғаға тышҡы факторҙар тәьҫир итәлер.
Белгестәр был сер өҫтөндә баш ватҡан арала ауыл старостаһы малай тыуҙыра алған ғаиләгә аҡсалата ҙур бүләк вәғәҙә иткән.
Читайте нас: